Свободин Николай Михайлович
Свободин Николай Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 23 август 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Боголюбовка, Дим ауыл Советы (Бишбүләк районы), Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Свободин Николай Михайлович (23 август 1938 йыл ) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан Фёдоровка районы халыҡ депутаттары советы рәйесе — район администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Свободин Николай Михайлович 1938 йылдың 23 августнда Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Боголюбовка ауылында тыуған. Милләте буйынса урыҫ, юғары белемле — 1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Бишбүләк районы «Дим» совхозында инженер-механик булып башлай. 1961—1968 йылдарҙа Фёдоровка районы «Пугачев» совхозында өлкән инженер, баш инженер һәм директор булып эшләй.
1988—1992 йылдарҙа район советының башҡарма комитеты рәйесе. 1992 йылдан Фёдоровка районы халыҡ депутаттары советы рәйесе — район администрацияһы башлығы. [1] Фёдоровка районы, 265-се Пугачёв һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 23 августа тыуғандар
- 1938 йылда тыуғандар
- Бишбүләк районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Шәхестәр:Бишбүләк районы
- Шәхестәр:Фёдоровка районы
- Фёдоровка районы башлыҡтары
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре