Эстәлеккә күсергә

Себекин Роман Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Роман Сергеевич Себекин
Тыуған көнө

1984({{padleft:1984|4|0}})

Тыуған урыны

Шымкент, Ҡаҙағстан, СССР

Гражданлығы

Рәсәй флагы

Роман Сергеевич Себекин (1984, Шымкент, Ҡаҙағстан) — Рәсәй эшҡыуары. Полистиролды төҙөлөш блоктарына эшкәртеүҙең экологик технологияһын, һәм тағы ла пластикты тротуар плиткаһына, черепицаға һәм ҡоҙоҡ ҡапҡастарына эшкәртеүҙе камиллаштырыуҙы уйлап табыу менән билдәле. 2014 йылда полимер шпалдар эшләүҙең яңы технологияһын тәҡдим итә. Волгоградта Себекинды «пластик короле» (рус. «король пластика») йәки «төп сүп-сар таҙалаусы» (рус. «главный мусорщик») тип атайҙар[1].

Себекин Роман Сергеевич 1984 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ның Шымкент ҡалаһында тыуған. 12 йәшлек сағында уның ғаиләһе Рәсәй Федерацияһының Волгоград ҡалаһына йәшәргә күсә.

2007 йылда Волгоград дәүләт хеҙмәте академияһының иҡтисад факультетын тамалай. 2010 йылда шул уҡ юғары уҡыу йортонда юридик факультетының магистр дипломын алыуға өлгәшә.

Дүртенсе курста уҡыған саҡта иптәше менән пеноизол эшләү буйынса предприятие аса. Тәүге бизнесҡа аҡса һалыу 500 АҠШ долларынан артмаған[1].

2004 йылда «Көньяҡ федераль эшкәртеү үҙәге» компанияһын теркәй. Себекин үҙенә йорт һалырға теләй, әммә аҡсаһы етмәй. Шул ваҡытта ул полистиролбетонды эшләүҙең үҙ технологияһын уйлап таба. Был технология ғәмәлдә күп сығымдар талап итмәгән. Полистиролбетон составына ҡом, цемент һәм пенпласт инә. Башта Себекин полистирол гранулаларын «Волжскполихим» заводында һатып ала, һуңынан Волгоград ҡалаһының бер нисә эре көнкүреш техника магазиндары менән көнкүреш техниканан ҡалған төрөү материалдарын уға килтереү тураһында килешеү төҙөй. Һөҙөмтәлә, Роман Себекин материалды түләүһеҙ ала, ә магазиндар полистиролды сүплекә сығарыуҙа экономиялағандар[1]. Себекин бер нисә ҡатлы йорт һалыр өсөн ҡулланылған материалға яңы формула төҙөй һәм полистиролбетон блогына баҫымды иммитациялаусы станок яһай[2].

Үҙенең йортон (дөйөм майҙаны — 200 метр квадрат) Роман Себекин 100 мең һумға төҙөй. Был таныштарының һәм туғандарының иғтибарын йәлеп итә, уларҙан ул йорт төҙөр өсөн бер нисә заказ ала. Шулай уҡ Роман Себекин тағы ла йөҙөм һәм емеш-еләк баҡсалары өсөн полимер таяҡсалар һәм «Рәсәй тимер юлдары» («РЖД») мохтажлығы өсөн полимер шпалдар яһауҙың үҙ технологияһын уйлап таба[1][3]. Төҙөлөш материалдарын эшләү өсөн Себекин пенопласт һәм пластик шешәләр генә түгел, ә автомобиль бамперҙарын, компьютер корпустарын, компакт-дискылар һәм башҡалар менән файҙалана[4].

2008 йылда «Опора России» һәм «Промсвязьбанк» уҙғарған йәш эшҡыуарҙарҙың иң яҡшы бизнес-проектҡа бағышлынған конкурста еңеүсе була. Бүләк итеп өс йылға 1,5 миллион һум суммаға һәм 15 % менән льготалы кредит алған. Һөҙөмтәлә Себекин материалдарҙы етештереүҙе киңәйтеүгә мөмкинлек ала. Пластик изделиеларҙы эшкәртеү өсөн һәм полимер-ҡомлы изделиелар эшләү өсөн ҡорамал һатып ала.

2011 йылда «Беҙҙең киләсәк» социаль программалар фондынан Себекин 5 миллион һум суммаға процентһыҙ займ ала һәм материалдар алыу өсөн яңы сығанаҡтар эҙләй башлай. Төбәк хакимиәт ярҙамында сүплек майҙансыҡтарында пластик ҡалдыҡтары өсөн контейнерҙар ултырта. Был сүп-сарҙан тротуар плиткаһы, черепица, ҡоҙоҡ ҡапҡасы, бордюр һәм башҡаларҙы етештерә. Контейнерҙарҙың күп өлөшөн мәктәптәр һәм балалар баҡсалары янында урынлаштыралар. Эшҡыуар фекере буйынса, балалар экология мәсьәләләрен яҡшыраҡ аңлайҙар[5].

2013 йылда GSEA эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге халыҡ-ара йәштәр премияһының финалисы була.

2014 йылға ҡарата Себекиндың предприятиеһы йылына яҡынса 10 мең полистиролбетон блоктарын һәм тағы ла яҡынса 15 мең м² тротуар плиткаһын һәм черепицаны етештергән. Эшҡыуар бер нисә шәхси торлаҡ йорттар һәм ике ҡатлы балалар баҡсаһын төҙөй[4].

2014 йылда «Көньяҡ федераль эшкәртеү үҙәге» предприятиеһы йылына яҡынса 30 тонна пластик сүп-сарҙы эшкәрткән, был Волгоград ҡалаһының пластик ҡалдыҡтарының яҡынса 10 процентын тәшкил иткән. 2014 йылға ҡарата полистиролбетондан яһалған йорт конструкцияһының үҙҡиммәте яҡынса 90 мең һум тәшкил иткән[3]. Себекин компанияһын экология хеҙмәте тирә-яҡ мәхитте бысратыусы булараҡ штраф һала. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар фекеренсә, уның компанияһы тирә-яҡ мөхиткә зарарына ҡарағанда ун тапҡырға күберәк файҙа килтерә, ә Рәсәйҙә сүп-сар эшкәртеү тураһында закон булмағанға күрә уға штраф һалына[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Деньги из мусора  (рус.), Деловая среда. 2015 йыл 29 март архивланған.
  2. Деньги из мусора  (рус.), Коммерсант.
  3. 3,0 3,1 3,2 Дом из мусора  (рус.), Свой бизнес.
  4. 4,0 4,1 Король пластика  (рус.), Человек и Закон Волгоград.(недоступная ссылка)
  5. Сколько стоит килограмм мусора?  (рус.), Новый бизнес. 2016 йыл 4 март архивланған.