Себенле (Ырымбур өлкәһе)
Себенле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Себенле ауыл советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Себенле ауыл советы[1] |
Халыҡ һаны |
3515 кеше (2002)[2], 3896 кеше (2010)[3], 4457 кеше (2021)[4] |
Почта индексы | 460550 |
Себенле (рус. Чебеньки) — ауыл. Ырымбур өлкәһе Ырымбур районындағы ауыл. Административ үҙәге — Себенле ауыл Советы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл район үҙәге — Ырымбурҙан алыҫ түгел урынлашҡан.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл район һәм өлкә үҙәге булып торған Ырымбурға яҡын урынлашҡанлыҡтан, уның климаты ла ошо ҡаланыҡы кеүек — уртаса континенталдән ҡырҡа континенталгә күсеүсән [5]. Йәй эҫе һәм ҡоро: йылына биш ай уртаса көнлөк температура +15 °C тора; ҡыш артыҡ һыуыҡ түгел, максималь ҡар ҡатламы февралдә (23 см). Аяҙ, болотло һәм яуым-төшөмлө көндәр йылына ярашлы рәүештә - 157, 176 һәм 32. Температура көндөң ваҡытына һәм ел йүнәлешенә ҡарап үҙгәреүсән. Йәйгеһен температура +40 °C-ҡа етеүе мөмкин, +5 °C-ҡа тиклем төшкән сағы ла була. Көҙ иртә, яҡынса сентябрҙең икенсе яртыһында килә, ҡыш ноябрҙә башлана. Яҙ март аҙағында башланыусан, мәгәр һауа торошо тотороҡло түгел, хатта май аҙағында һыуыҡ булғылай. Ҡыш һауа торошо еңелсә һалҡындан ҡаты һыуыҡҡа тиклем үҙгәреүсән, ҡайһы саҡ епшетеп ала йәки −40 °C-ҡа еткән ҡаты һыуыҡтар була.
Ҡаланың йыллыҡ уртаса климат күрһәткестәре:
- йыллыҡ уртаса температура — +5,0С,
- йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 4,3 м/с
- йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 68 %[6]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[7] | 2010[8] |
3515 | ↗3896 |
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Себенле ойконимы төрки сығышлы, себен һүҙенән алынған, был төбәктәге йылғалар буйында себендең бик күп булыуы менән бәйле, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы Б.Я Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында. Атамаһында Себенле һүҙен йөрөткән өс йылға ла (Оло Себенленең Бөҙрә Себенле тигән ҡушылдығы ла бар әле) тарихи башҡорт ерҙәре буйлап аға, тип яҙа ул. Өлкәлә себенле һүҙе менән яһалған топонимдар бер нисә, хатта ошо ауылдан йыраҡ түгел урынлашҡан Себенле аэродромы ла бар[9]</ref>.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Администрация г. Оренбурга 5. Географическое положение. Климат . Дата обращения: 29 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 1 февраль 2010 года. 2010 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Погода и климат
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Выше Оренбурга с правой стороны в Сакмару впадает несколько речек под одним названием — Чебе́нька. В официальных документах и на географических картах эти речки различаются своими названиями: Большая Чебе́нька, Средняя Чебе́нька и Малая Чебе́нька. Большая Чебенька начинается в Тюльганском районе, течёт по Сакмарскому району и вливается в Сакмару несколько выше впадения реки Салмыш. Небольшим притоком Большой Чебеньки является Кудрявая Чебенька. Истоки Средней Чебеньки находятся тоже в Тюльганском районе, течёт она в основном по Саракташскому району и впадает в Сакмару уже в Сакмарском. Речка Малая Чебенька протекает преимущественно по Саракташскому району и тоже впадает в Сакмару ниже села Булгаково. Отметим, что на местах, то есть в сёлах по всем трём речкам Чебе́нькам, среди местных жителей в устной речи, как правило, употребляются не составные названия, а однословное Чебе́нька для всех. Наименование Чебенька тюркское по происхождению. На той территории, где протекают три Чебеньки, в прошлом обитали башкиры — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.