Семен-Маҡар ауыл Советы (Йәрмәкәй районы)
Семен-Маҡар ауыл Советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Семен-Макар |
Административ-территориаль берәмек | Йәрмәкәй районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2008 |
Семен-Маҡар ауыл Советы — Йәрмәкәй районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы).Почта индексы — 452198. ОКАТО коды — 80225819000. Йәрмәкәй ауыл Советы менән берләштерелә.
Ауыл Советы составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Семен-Маҡар — административ үҙәге. 1985 йылда Күрәтмәҫ, Тимофеевка ауылдары сығарыла[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1985 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташлау тураһында» 1986 йылдың 24 майындағы 6-2/185 һанлы указы сыға, уға ярашлы ауыл Советы ике ауылға: Күрәтмәҫ һәм Тимофеевка ауылдарына ҡыҫҡара.
2008 йылда бөтә ауыл Советы бөтөрөлә.
Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы белдерә[2]:
Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Йәрмәкәй районы буйынса:Иҫәп мәғлүмәттәренән Семен-Маҡар һәм Әбделкәрим ауыл Советтарын алып ташларға.
Йәрмәкәй ауылында административ үҙәге менән, «Йәрмәкәй» атамаһын һаҡлап, Йәрмәкәй, Семен-Маҡар һәм Әбделкәрим ауыл Советтарын берләштерергә. Семен-Маҡар ауыл Советының Семен-Маҡар ауылын, Әбделкәрим ауыл Советының Әбделкәрим ауылын Йәрмәкәй ауыл Советы составына индерергә.
Йәрмәкәй ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылға Ялан-Шишмә ауыл Советы, Түбәнге Олойылға ауыл Советы, Йәрмәкәй ауыл Советы муниципаль берәмектәре менән сиктәш («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОБ ИСКЛЮЧЕНИИ ИЗ УЧЕТНЫХ ДАННЫХ НЕКОТОРЫХ НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ
- ↑ Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
- ↑ (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН