Сеннар солтанлығы
Сеннар солтанлығы (Сеннар) — XVI—XIX быуаттарҙа Төньяҡ-Көнсығыш Африкала хәҙерге Судан территорияһында булған феодаль дәүләт.

Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVI быуат башында барлыҡҡа килә. Нигеҙләүсе — Амара Дунка (1504—1534). Сеннар өлкәһе һәм уға буйһонған биләмәләрҙән торған. Сәскә атыу осоронда Мысыр сигенән Зәңгәр Нил тамағына ҡәҙәр һуҙылған Нил үҙәнен, шул иҫәптән Кордофан тарихи төбәген биләй; шулай уҡ был осорҙа Дарфур солтанлығы Сеннар солтанлығының вассалы була.
1821—1822 йылдарҙа Сеннар солтанлығы мысыр пашаһы Мөхәммәт Али Мысырлы ғәскәре тарафынан яулап алына.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сеннарҙың этник йәҙрәһен фунгтар тәшкил итә; шулай уҡ бында нубийҙар, ғәрәптәр, беджалар һәм башҡа халыҡтар йәшәй. Сеннар солтанлығы территорияһының ҙур өлөшөндә ғәрәп теле өҫтөнлөк итә.
Дине
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөнни тармағындағы ислам дәүләт дине булып тора.
Социаль-иҡтисади үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Феодаль мөнәсәбәттәр менән бер рәттән ҡол биләүселек тәртибе, ә солтанлыҡтың ситтәрендә — ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре һаҡланған.
Хакимдар исемлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Хакмлыҡ итеү осоро | Хаким |
|---|---|
| 1504—1534 | Амара Дунка ибн Адлан |
| 1534 — 1551 | Наиль |
| 1551 — 1558 | Абд аль-Кадир I |
| 1558 — 1569 | Амара |
| 1569 — 1586 | Дакин |
| 1586 — 1588 | Даура |
| 1588 — 1592 | Тайиб (Табль) |
| 1592 — 1604 | Унса I |
| 1604 — 1606 | Абд әл-Ҡадир II |
| 1606 — 1611 | Адлан I |
| 1611 — 1616 | Бади I (Сид аль-Ком) |
| 1616 — 1645 | Рубат I |
| 1645 — 1680 | Бади II (Абу Дигн) |
| 1680 — 1692 | Унса II ибн Насир |
| 1692 — 1716 | Бади III |
| 1716 — 1720 | Унса III |
| 1720 — 1724 | Нул |
| 1724 — 1762 | Бади IV (Абу Шеллук) |
| 1762 — 1769 | Насир |
| 1762 — 1768 | Хамаг Мөхәммәт Абу-ль-Кайлак (регент) |
| 1769—1776 | Исмәғил |
| 1776 — 1788 | Адлан II |
| 1780—1786 | Раджаб уалад Мөхәммәт (регент) |
| 1788 | Рубат II |
| 1788 — 1789 | Аукаль |
| 1788 — 1789 | Насир уалад Мухаммед (регент) |
| 1789 — 1790 | Тайиб II |
| 1790 | Бади V ибн Дакин |
| 1790 — 1791 | Наввар |
| 1791 — 1798 | Бади VI |
| 1798 — 1805 | Ранфи |
| 1798 — 1805 | 3 регент |
| 1805 — 1821 | Бади VI |