Серб исеме
Серб исеме — серб халҡы вәкиленә тыуған саҡта бирелгән һәм уны ғүмере буйына оҙата барған исем. Серб мәҙәниәтендә кешенең исеме уның холоҡ-фиғеленә йоғонто яһай тип иҫәпләнә[1]. Сербтар славян (Бранимир, Владислав, Весна, Вук)[2][3] грек (Доротея, Джордже, Дамьян), йәһүд (Йован, Лазарь, Тамара), хатта ғәрәп йәки төрки (Әмир, Селма, Әминә) сығышлы исемдәр йөрөтәләр. Грек исемдәре славян сығышлы сербтар өсөн, ә ғәрәп һәм төрки исемдәре — мосолман сербтар өсөн хас.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербтарға ҡушылған иң тәүге исемдәр славян (халыҡ) сығышлы булған. Улар хайуан, үҫемлек, тәбиғәт күренештәренә, йә иһә кешенең шәхси сифаттарына арнап ҡушылыр булған. Серб мәҙәниәтендә кешенең исеме менән уның яҙмышы, шулай уҡ кешелә теге йәки был холоҡ-фиғел һыҙатының өҫтөнлөк алыуы үҙ-ара бәйле һаналған һәм бөгөнгәсә һаналыуын дауам итә[4]. Сербтар тарафынан христианлыҡ ҡабул ителгәндән һуң, грек һәм йәһүд сығышлы христиан исемдәре киң тарала башлай[5]. Мәҫәлән, Дечан ҡалаһының 1330 йылға ҡараған йылъяҙмаһында яҡынса 90 % урындағы халыҡтың славян исемен йөрөтөүе әйтелә. XV быуатта был исемдәр 72,6 % тәшкил итә. Ваҡыт үтеү менән ике тамырҙан торған ҡушма исемдәр барлыҡҡа килә башлай (Томислав, Петрослав, Павлимир, Джурисав һәм башҡалар).
1900 йылдан алып 1990-сы йылдарға тиклем Белград халҡы араһында «мил», «рад», «драг», «люб», «жив», «слав», «вук», «бор» һәм «мир» нигеҙҙәренә тамамланыусы исемдәр осрай[6]. 1990-сы йылдарҙан алып христиан исемдәренең һаны йәнә арта: Белград ҡалаһында 2003—2005 йылдарҙа тыуған һәр ун баланың береһенең генә исеме таҙа славян сығышлы исем була[7].
Сығышы буйынса төркөмләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб исемдәре славян сығышлы һәм сит ил (грек, йәһүд, ғәрәп һәм башҡалар) исемдәренә бүленә. Ваҡыт үтеү менән улар серб халҡы өсөн ғәҙәти, өйрәнелгән исемдәргә әүерелә.
Славян исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Славян исемдәре серб славян халҡы мираҫының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уларға түбәндәге суффикстар хас:
- ан/а (Боян, Деян, Драган, Войкан, Владана, Звездана, Зорана)
- бор/ка (Велибор, Далиборка, Ратибор)
- ван (Братован, Милован, Негован, Радован)
- вой/вое (Боривое, Добривое, Кресивое, Любивое, Миливое, Радивой)
- драг (Миодраг, Предраг)
- ко/ка (Жарко, Станко, Дарко, Борка, Бранка, Данка)
- люб (Боголюб, Братолюб, Драголюб, Миролюб, Светолюб)
- мир (Бранимир, Будимир, Тихомир, Десимир, Љубомир, Чедомир)
- рад (Драгорад, Вукорад, Живорад, Милорад, Светорад)
- слав/а (Бранислава, Ватрослав, Драгослава, Мирослав, Радослав)
Грек исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла грек исемдәре сербтарҙы православиеға суҡындырыуҙан һуң барлыҡҡа килә. Бында Византияның, шулай уҡ мәғрифәтсе Кирилл һәм Мефодийҙың роле ҙур була. Грек сығышлы исемдәр өсөн киләһе суффикстар хас:
- ие/а (Алексий, Арсение, Димитрие, Василия, Анастасия)
- ей/а (Андрей, Доротея, Доситей, Тадей, Тимотей)
- им/а (Евросима, Ероним, Леонид)
Йәһүд исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәһүд исемдәре Сербияға христианлыҡты ҡабул иткәндән һуң килә. Түбәндәге исемдәр билдәле: Ибраһим, Адам, Гаврило, Давид, Даниела, Илия, Исак, Еврем, Еремия, Елисавета, Йована, Йосиф, Лазарь, Мария, Михаило, Наум, Сава, Сара, Тамара, Манасия һәм башҡалар.
Ғәрәп исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәрәп исемдәре серб халҡына Сербияның Ғосман империяһының өлөшөнә әүерелгәндән һуң килеп инә. Был исемдәрҙе мосолмандар ғына түгел, христиандар ҙа йөрөтә. Йыш ҡына ҡатнаш ғаиләләрҙә тыуған балаларға ғәрәп исемдәре ҡушылған. Улар түбәндәгеләр: Ғәйшә, Әмилә, Азра, Элмира, Әмир, Әминә, Әсмә, Ясмина, Ламия, Ләйлә, Мирза, Надия, Сенад, Синан, Сафет, Селма, Фатима, Фахрета, Хана, Шабан һәм башҡалар.
Яңы исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла неологизм йә билдәле кешеләргә бағышлап ҡушылған исемдәр 1950-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. Бындай исемде ғәҙәттә билдәле сәйәсмәндәр, сәнғәт йондоҙҙары һәм башҡа кешеләр йөрөтә. Шул рәүешле Сербияла Элвис, Ленин, Сталин, Индира, Жаклина, Касандра, Валентина, Сильвана, Даян һәм башҡа исемдәр барлыҡҡа килә. Бынан тыш, неологизмдарҙа бағышлап Машинка, Тракторка, Петолетка һәм шуға оҡшаш башҡа исемдәр килеп сыға башлай.
Төҙөлөшө буйынса төркөмләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серб исемдәре ябай (бер тамыр) һәм ҡушма (ике һәм унан да күберәк тамыр) исемдәргә бүленә.
Ябай исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ябай исемдәр исем, сифат йәки ҡылым нигеҙендә ойошторола, уларға морфема (башлыса суффикс) ҡушыла. Киң таралған суффикстар:
- ан (Бояан, Вукан, Звездан)
- ван (Радован, Милован)
- ен (Огнен, Мишлен, Люблен)
- ин (Даворин)
- ица (Драгица, Вукица, Вуйица)
- мин (Цвей, Хоя)
- е/йе (Радое, Благое)
- ка (Милка, Славка, Яворка)
- ко (Борко, Гойко, Станко, Ранко)
- ла (Добрила)
- ло (Ярило, Ведрило)
- на (Дивна, Видна, Стойна)
- ош (Милош, Радош, Драгош)
- та (Милета, Благота, Владета)
- ут (Борут, Добрут)
- хна (Будихна, Добрихна)
- ша (Углеша, Вранеша)
Исем төҙөлөшө өсөн морфеманың булыуы мотлаҡ түгел. Исем (һүҙ төркөмө) ярҙамында ғына исем (кеше исеме) барлыҡҡа килә ала: Вук, Голуб, Лава, Змай, Вишня, Дунь, Ягода, Ружа, Ела һәм башҡалар.
Ҡушма исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡушма исемдәрҙә кәм тигәндә исем, сифат йә ҡылымдан торған ике тамыр була. Йышыраҡ түбәндәге тамырҙар ҡулланыла:
- бог (Боголюб, Божидарка)
- бор (Ратибор, Далиборка)
- бран (Бранимир, Бранислав)
- брат (Вукобрат, Братислав)
- вид (Видосава)
- влад (Владимир, Владислава)
- вое/войе (Добривой, Миливое)
- вук (Вукица, Вукосава)
- драг (Миодраг, Драга)
- жив (Живорад)
- љуб (Мирољуб)
- мил (Чедомил)
- мир (Мирослав, Владимир, Бранимир)
- рад (Живорад, Милорад)
- рат (Ратибор, Ратимир)
- сав (Радосав, Радисав)
- син/шин (Вукашин, Драгашин)
- слав (Светислав, Ватрослав, Десислава)
- стан (Станимир)
Исемдәрҙең мәғәнәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исем халыҡтың үҙен уратып алған донъяны нисек күреүенең, нимәгә ышаныуының күрһәткесе булып тора . Сербтар «Nomen omen est» (Исем — ул билдә) тигән әйтемгә эйәрәләр, уға ярашлы кешенең исеме уның яҙмышына ныҡ тәьҫир итә[8]. Серб йолаларында Вук, Вукашин һәм Вукан кеүек һаҡлау көсөнә эйә булған, кешегә ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ биргән исемдәрҙе, ауырлыҡтар менән көрәшеү өсөн Горчин исемен ҡушыу традициялары бар[2]. Ата-әсә, балаға исем биргәндә, уның тормошта бәхет, мөхәббәтен табыуын, аҡыллы, матур, көслө һәм башҡаны теләгәндәр. Мәҫәлән, балаға, иҫән-һау булһын өсөн Гвозден, Здравко йәки Невена; матурлыҡты һаҡлау өсөн — Лепа, Дивна һәм Витомир; изге йөрәкле булһын өсөн — Благое, Добри, Добривое, Доброчин, Добрача исемен ҡушҡандар.
Ҡайһы бер исемдәрҙең мәғәнәһе:
- Зломаница (яуызлыҡты урап үтеү)
- Завида (берәүгә лә көнләшмәү)
- Страхиня (ҡурҡыуҙы ҡыуыу)
- Отмич (ауырыу саҡырмау)
- Живан һәм Живка (оҙаҡ балалары булмаған ғаиләлә беренсе булып тыуған балаға ҡушыла)
- Весна (славяндарҙың яҙ алиһәһе хөрмәтенә)
- Лада (славяндарҙың матурлыҡ алиһәһе хөрмәтенә)
- Ранко һәм Ранка (ҡояш ҡалҡҡан ваҡытта тыуған)
- Дуня (айва халыҡ атамаһы хөрмәтенә)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Српска имена у 20. веку, Приступљено 25. 4. 2013. (серб.)
- ↑ 2,0 2,1 Priča o imenima 2009 йыл 16 сентябрь архивланған., Приступљено 25. 4. 2013.
- ↑ Светозар Стијовић: Ален Милисавов, Катрин Милевина, Српско наслеђе бр. 13, 1999.
- ↑ Osobna imena (antroponimi) 2017 йыл 24 март архивланған., Приступљено 25. 4. 2013.
- ↑ Стара српска имена 2009 йыл 7 февраль архивланған., Приступљено 25. 4. 2013.
- ↑ Именослов (Свевлад)
- ↑ Najpopularnija imena u Srbiji 2011 йыл 7 август архивланған., Приступљено 25. 4. 2013.
- ↑ Nomen est omen 2016 йыл 11 май архивланған., Приступљено 25. 4. 2013.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Именослов (Вуков Тршић)
- Српска имена у 20. веку (серб.)(серб.)
- Именослов српских имена 2012 йыл 11 май архивланған. (СПЦ) (серб.)(серб.)