Эстәлеккә күсергә

Серб тәреһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серб тәреһе
Рәсем
Иконографический атрибут [d]
Әҫәрҙең теле сиркәү-славян теле[d]
Һүрәтләнгән объект firesteel[d] һәм [d]
Изображение памятной доски
 Серб тәреһе Викимилектә
Серб православ сиркәүе гербында тәре

Серб тәреһе (сер. Српски крст, шулай уҡ серб атамаһы Оцилола ҡулланыла) — Сербия, серб халҡы һәм Серб православие сиркәүе символы. Грек тәреһенән (тигеҙ яҡлы) ғибәрәт, мөйөштәренә дүрт стилләштерелгән Ͻ һәм С-тибындағы саҡматаш һүрәтләнгән.

Палелогтар династияһы флагында серб гербының прообразы

Тәренең бындай формаһы тәүҙә Византия империяһында ҡулланыла; Византия вариантында флагҡа серб саҡматашы урынына дүрт В (вита) хәрефе ҡуйылған була, ул Византия девизын «Βασιλεὺς Βασιλέων, Βασιλευόντων Βασιλεύων» («Батшалар батшаһы, батшалар өҫтөнән хакимлыҡ итеүсе»). Әммә хәҙерге Сербияла дүрт саҡматаш ҡайһы берҙә, дүрт С хәрефе, тип аңлатыла, тимәк девиз түбәндәгесә була: «Само слога Сбрина Спасава» («Тик берҙәмлек кенә сербтарҙы ҡотҡарасаҡ»).

СР Сербия СР-ы гербы

Серб тәреһе Сербияның гербында һәм флагында, шулай уҡ Сербия православие сиркәүе флагында ла һүрәтләнгән. Сербия СР-һы гербында тәреһеҙ дүрт саҡматаш һүрәте төшөрөлгән булған.

Серб тәреһен ҡайһы берҙә милли баш кейеме черногор капаһының тепелакеһында (өҫкө өлөшө) сигелә.