Сергеевка нефть ятҡылығы
Сергеевка нефть ятҡылығы | |
---|---|
урыҫ Сергеевское нефтяное месторождение | |
54°49′58″ с. ш. 55°49′01″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Сергеевка нефть ятҡылығы (рус. Серге́евское нефтяно́е месторожде́ние) — Башҡортостан Республикаһының Өфө, Благовещен һәм Кушнаренко райондары территорияһында урынлашҡан нефть сығанағы [1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1961 йылда асылған һәм эшкәртеүгә индерелгән.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ятҡылыҡтың майҙаны 9 мең. га.
Сергеевка ятҡылығы запастары девондың терриген ҡомташтарына (Д-I, Д-II һәм Д-IV), шулай уҡ турней ярусында (эзбизташ), түбәнге карбондың терриген ҡатламы ҡомташлыҡтарында тупланған.
Девон ҡатламдарында нефть ятышы — яҡынса 2 км.
Төньяҡтан һәм көнбайыштан тәрәнлеге 130 м-ға тиклем һәм киңлеге 1 км тиклем булған, ҡын йәшендәге аргиллиттар (балсыҡтар) тулған канауға оҡшаш бөгөл менән ышыҡланған.
Уртаса ҡуйылыҡтағы нефть (4,5 МПа тиклем.в), көкөртлө. Газ менән туйындырылыуы 45 м3/т. Ҡатламдарҙың һыулылығы 85 %.
Нефть дебиттары — тәүлегенә 12,3-255 т. Һуңғы стадияла «Өфөнефть» НГДУ-һы («Башнефть-Добыча» ЯСЙ) эшкәртелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Проектирование разработки крупных нефтяных месторождений, Сатаров М. М. и др., — Москва, Недра 1969
- Нефтяные и газовые месторождения СССР в двух книгах. /Под ред. С. П. Максимова. М: Недра.1987. Т.1. С. 42, 57, 105, 210
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.uralgeo.net/neft_mest.htm 2019 йыл 22 февраль архивланған.