Эстәлеккә күсергә

Сергиев Посад (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергиев Посад
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сергиев Посад
Хужаһы Московская железная дорога[d]
Рәсми асылыу датаһы 1862
Киләһе туҡталыш Семхоз[d] һәм 76 км[d]
Тимер юл һыҙаты Ярославское направление Московской железной дороги[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Карта
 Сергиев Посад Викимилектә


Сергиев Посад — тимер юл станцияһы, Мәскәү тимер юлының Ярославль йүнәлешендәге Мәскәү өлкәһенең шул уҡ исемдәге ҡалаһында урынлашҡан. Мәскәү-Курск ДЦС-1 тимер юл станциялары эштәрен ойоштороу үҙәгенең хәрәкәт менән идара итеүсе Мәскәү дирекцияһына ҡарай. Төп эштәре характеры буйынса аралаш, күләме буйынса 2-се класс эшенә ҡарай.

Сергиево станцияһы, 1862 йыл. Хәрәкәттең асылыуы.

1862 йылда станция төҙөлә, 1933 йылда электрләштерелә.

Станцияла өс пассажир платформаһы — бер ҡабырға, ике утрау платформаһы. Улар араһына күсеү бары тик таҡта иҙәндәр аша, бында ер аҫты үткәүелдәре һәм күперҙәре юҡ. Турникеттар ҙа юҡ. 2014 йылда ҡабырғалағы платформаның тимер конструкциялары һүтеп алына һәм реконструкциялана, яңы пассажирҙар платформаһы модулдәрҙән торған ҡоролма булып тора, улар тотош ағастан түшәлгән. Платформаның нигеҙе генә бетондан тора, бөтә эшләнгән конструкция элементтары быяла композитлы материалдарҙан яһалған, асфальт урынына ныҡ көслө, экологик яҡтан таҙа материалдан торған, быяла сүс һәм полиэфир ыҫмаланан эшләнгән, тротуар плиткалары менән ҡапланған. Шулай уҡ ҡоймалар, эскәмйәләр ҙә шундай материалдан эшләнеп ҡуйылған. Мәскәү яғына барған платформа алыҫ юлға йөрөүсе поездарҙы ҡабул итеү маҡсатында түбән ҡуйылған.

Станция Мәскәү — Сергиев Посад электропоездары өсөн һуңғы туҡталыш, ә Мәскәү — Александров, Мәскәү — Балакирево аралаш туҡталыш пункты булып тора. Шулай уҡ Мәскәү яғынан килгән юлдарға бер нисә яҡын килеүсе йөк ташыу юлдары бар, улар нефть ҡойоу станцияһы, ТБИ (ЖБИ) заводы һәм Тураковоға алыр барыусы юлдар.

Станциянан алыҫ араға бәйләнеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
№ поезд Маршруты Хәрәкәт итеү составы
101/102, 103/104, 105/106 «Мәскәү-Ярославль» Мәскәү-Ярославль — Төп Ярославль ЧС7+12 ултыра торған һәм 1 купелы вагон
115/116 Мәскәү-Ярославль — Северодвинск
117/118 Мәскәү-Ярославль — Архангельск
108/107 «Көндөҙгө Экспресс» Мәскәү-Ярославль — Вологда I/Кострома-Яңы (1.02.2019 c) ЭП20+купелы, плацкартлы һәм ултыра торған вагондар һәм 2 (Вологда һәм Костромаға тиклем)



887/888, 897/898 «Чижов Федор» Мәскәү-Ярославль — I Александров ЭД4М-0387 РЭКС ливреяһында

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вокзал майҙанында С. И. Мамонтов һәйкәле
  • Вокзал алдында эшҡыуар һәм меценат Мамонтов Савва Ивановичҡа һәйкәл һәм уның Мәскәү-Ярославль тимер юлына нигеҙ һалған һәм уның директоры булған атаһы Иван Федорович Мамонтовҡа бюст ҡуйылған.
  • Список железнодорожных станций и платформ Московской области
Ҡалып:Последовательность станций
Тимер юлдың туҡталыш пункттары
Алдағы туҡталыш :

Семхоз
Участок Мәскәү Ярославль — Александров I

Киләһе туҡталыш:

76 км