Эстәлеккә күсергә

Сергий Радонежский сиркәүе (Түбәнге Новгород)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сергий Радонежский сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1865
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Сергий Радонежский[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Епархия Нижегородская епархия[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән кирбес
Архитектура стиле Урыҫ стиле[d] һәм русско-византийский стиль[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Нижний Новгород (правый берег, часть 5)[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться Сергиевская улица, 25-а
Зимнее изображение
Изображение входа
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1621
Карта
 Сергий Радонежский сиркәүе (Түбәнге Новгород) Викимилектә

Преподобный Сергий Радонежский сиркәүе1869 йылда изгеләндерелә[1]. Түбән Новгородтың Сергиевский урамында урынлашҡан.

Ғибәҙәтхана 1865 йылда төҙөлә башлай, уның пороекты Александр II тарафынан шәхсән раҫланған. Төҙөлөш 1869 йылда тамамлана. 1872 йылда архитектор Р. Я. Килевейн ҡыңғырау манараһы нигеҙе буйынса овал формалы төкәтмә проектлай һәм уны манара бинаһынан тәпәш итеп һалдыра, был ғибәҙәт ҡылыу майҙанын ҙурайтыу маҡсатында эшләнә.

Совет власы йылдарында бында рәссамдар Союзы тора.

Тышҡы һүрәттәр
Божественная литургия (2009)
Панорама интерьера

Новгород епархияһына сиркәү 2003 йылда бирелә. 2006 йылдың октябрендә ҡыңғырау манараһы тулыһынса йыһазландырыла, унда 12 ҡыңғырау аҫып ҡуйыла, иң ҙурының ауырлығы 4 тонна тәшкил итә.

Ҡабаттан сиркәү 4 ноябрь 2006 йылдың 4 ноябрендә изгеләндерелә. Уны Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы Георгий алып бара, уға Сергиево-Посад епискобы Феогност һәм Брянск епискобы Севский Феофилакт ярҙам итә[2]. Ҡорамды изгеләндергәндән һуң, унда беренсе тапҡыр Божественная литургия була, унда РФ Хөкүмәте беренсе вице-премьеры Дмитрий Медведев була.

2010 йылдың 27 ғинуарында ҡорамда грузин телендә равноапостольная Нина хөрмәтенә молебен үткәрелә[3].

2006 йылдың декабренән алып[4] ҡорамда телһеҙ-һаңғырауҙар православие үҙәге эшләй, ә йәкшәмбе көндәрендә литургия сурдоперевод менән башҡарыла. Үҙәкте ойошторғанда Симонов монастыры тәжрибәһе иҫтә тотолоп эшләнелә, сөнки унда бер нисә йыл буйына һаңғырау һәм насар ишеткән кешеләр өсөн табыныу хеҙмәте алып барылған була[5]. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре сиркәүҙә православие йәштәр үҙәге һәм православие ғаилә клубы йыйылыштары уҙҙырыла, уның эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе - социаль-миссионерлыҡ эшмәкәрлеге.

Сиркәүҙә преподобный Сергий Радонежский иконаһы менән уның мәйете киҫәксәләре тора. Икона Троица-Сергиева Лавра оҫтаханаһы монахтары тарафынан 2006 йылда яҙылған[6]. План буйынса, изге икона Түбәнге Новгородта 2010 йылдың 5-13 февралендә үткәреләсәк «Широкая масленица» күргәҙмә-йәрминкәһенең төп изге әйбере булырға тейеш була. Ғибәҙәтханала йәкшәмбе көндәрендә икона алдында молебендар башҡарыла[7].

  • Успенская церковь на Ильинской горе
  1. Храм преподобного Сергия Радонежского (Архиерейское подворье). Приходы Нижнего Новгорода. Нижегородская и Арзамасская епархия. Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2009 йыл 12 август архивланған.
  2. День народного единства в Нижнем Новгороде. Освящение храма. Нижегородская и Арзамасская епархия (4 ноябрь 2006). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2012 йыл 13 май архивланған.
  3. Высоцкая, Светлана В Сергиевском храме Нижнего Новгорода отслужен молебен на грузинском языке (фото). Нижегородская и Арзамасская епархия (28 ғинуар 2010). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2015 йыл 14 июнь архивланған.
  4. Фалина, Татьяна Рукотворная молитва. Нижегородская и Арзамасская епархия (26 октябрь 2009). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2012 йыл 26 июнь архивланған.
  5. Фалина, Татьяна При общине глухих Сергиевского храма Нижнего Новгорода начались занятия для сурдопереводчиков. Нижегородская и Арзамасская епархия (30 октябрь 2009). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2015 йыл 14 июнь архивланған.
  6. Рукавишников, Андрей Главной святыней выставки-ярмарки «Широкая масленица» станет икона преподобного Сергия Радонежского. Нижегородская и Арзамасская епархия (2 февраль 2010). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2015 йыл 14 июнь архивланған.
  7. Иерей Игорь Балабанов: имя преподобного Сергия становится славнее и известнее. Нижегородская и Арзамасская епархия (8 октябрь 2009). Дата обращения: 2 февраль 2010. Архивировано 16 апрель 2012 года. 2015 йыл 14 июнь архивланған.