Серетмә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Серетмә

Серетмәле тупраҡ, йәки Тиреҫ серетмәһе, — баҡсасылыҡта, һауытта үҫтерелгән декоратив үҫемлектәргә органик ашлама сифатында ҡулланылған тупраҡ ҡатышмаһы. Ул төрлө миҡдарҙа тупраҡ, серей торған башҡа органика ҡушылып етештерелә. Ул йылылыҡ, дым тота, тупраҡты таралып тороусан, әммә осоп тормаусан итә. Ул микроорганизмдарға һәм биологик әһәмиәтле микроэлементтарға бай (pH 8 самаһы[1]).

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә серетмә һүҙе "сереү" тигәндән килеп сыҡҡан.Был һүҙ менән серегән тиреҫте, тиҙәкте атайҙар. Уның оҡшаш варианты ла бар: серемтә. Серетмәнән айырмалы, ул тупраҡтың үҙендә ятып ҡалған үлән, хайуан ҡалдыҡтары сереүенән барлыҡҡа килгән ҡатлам - Серемтәгә бай ҡара тупраҡ [2]

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылҡы һәм мөгөҙлө эре мал тиҙәгенән барлыҡҡа килгән ике төрлө серетмә була [3].

Йыш ҡына баҡса хужалыҡтарында серетмәле тупраҡты парник тупрағы тип атайҙар. Серетмәле тупраҡ парникта серегән тиреҫтән килеп сыға. Ул башлыса үҫемлек ҡалдыҡтарынан тора һәм еңел, муртыҡ, туҡлыҡлы матдәләргә бик бай. Уны кәҫле тупраҡҡа ҡушылма итеп һәм башҡа төрлө ҡатышмалар өсөн ҡулланалар. Бөтә осраҡта ла серетмә -иң туҡлыҡлы ҡатнашма, ул үҫемлектәрҙең ҡеүәтле үҫешен тәьмин итә. Серетмәне тарҡалған үҫемлек ҡалдыҡтарынан барлыҡҡа килгән компост менән алмаштырырға мөмкин [4].

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Комнатные растения. // Под ред. Б. Н. Головкина. — М.: «Лесная промышленность», 1989.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге.2 томда. - Мәскәү, 1983. - 2-се том. - 194-се бит
  3. Сааков С. Г. Оранжерейные и комнатные растения и уход за ними. — М.: «Наука», 1985.
  4. Кравченко С. Земляные смеси. Московский клуб комнатного цветоводства.