Мөгөҙлө эре мал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мөгөҙлө эре мал
Commons-logo.svg Мөгөҙлө эре мал Викимилектә
Ярослав тоҡомло һыйыр
Һыйырҙар һәм фермалар
Мал һуғарыу

Мөгөҙлө эре мал (урыҫса аббр. КРС) — — ауыл хужалығы хайуандары, башҡорттар был төр малды «һыйыр малы» тип атай.

Һыйыр малының төп тәғәйенләнеше — ит һәм һөт, тире һәм һирәкләп йөн етештереү , шулай уҡ ауыл хужалығы эштәрендә файҙаланыу. 2010 йылдар башында бар донъяла 1,3 — 1,4 миллиард баш һыйыр малы була[1]

Енесе һәм йәше буйынса классификация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Эш үгеҙе — быҙау сағында бестерелгән өс йәштән олораҡ иркәк.
  • Һыйыр — быҙаулаған орғасы.
  • Нәҫел үгеҙе — бестерелмәгән өс йәштән олораҡ иркәк.
  • Үгеҙ быҙау, үгеҙ башмаҡ — өс айҙан ҙурыраҡ, әммә өс йәштән өлкән түгел бестерелмәгән иркәк .
  • Үгеҙ-кастрат — өс айҙан ҙурыраҡ, әммә өс йәштән өлкән түгел бестерелгән иркәк.
  • Имсәк быҙау — 14 көнлөктән өс айға тиклемге башлыса имгән быҙауҙар.
  • Тана — әле бер ҙә быҙауламаған орғасы.
  • Тыуса һыйыр — тәүге тапҡыр быҙаулаған орғасы.
  • Бер ҙә быҙауламаған һыйыр малы.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡасмай ҡалған һыйыр малы — тыу, ҡасҡаны, быҙауларға тейеше — быуаҙ тип атала.

Һыйыр малы һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбенә ярашлы, Рәсәйҙә 2006 йылдың июленә 23 514,2 мең баш эре мөгөҙлө мал булған. Уларҙың:

  • 11 225,5 меңе ауыл хужалығы ойошмаларында.
  • 979,5 мең башы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа.
  • 11 309,2 мең башы граждандарҙың коммерцияға ҡарамаған берекмәләрендә .

Рәсәйҙә итле тоҡом һыйыр малы дөйөм күрһәткестең 1,5 % тура килә, һарыҡ дөйөм эре мөгөҙлө мал. 98 % ит һөтлө тоҡом һыйырҙарҙан алына.

2016 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙә эре мөгөҙлө мал 18 753 меңгә тиклем кәмегән. Уларҙың һаны:

  • 8 356 мең ауыл хужалығы ойошмаларында.
  • Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 2 380 мең башҡа тиклем артҡан.
  • Йорт хужалыҡтарында 8 017 мең башҡа еткән.


Глобаль йылылыҡ артыуға йоғонто[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыйыр малын үрсетеү глобаль йылылыҡ артыуға һиҙелерлек йоғонто яһай]]. Быға мал эсәктәрендә яҡынса 10 % антропоген парник газдары барлыҡҡа килеү булышлыҡ итә. [2]Шуға күрә был газдарҙың бүленеп сығыуын кәметеү ысулдары буйынса эксперименттар үткәрелә, ит ашауҙы кәметеү буйынса төрлө ойошмалар тарафынан пропаганда бара[3].

Һыйыр малының төп тоҡомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Герефорд тоҡомо
  • Абердин-ангус тоҡомо
  • Голланд тоҡомо
  • Холмогор тоҡомо
  • Ҡыҙыл дала тоҡомо
  • Айршир тоҡомо
  • Ярослав тоҡомо
  • Симменталь тоҡомо
  • Сычев тоҡомо
  • Швицкая тоҡомо
  • Кострома тоҡомо
  • Ҡалмыҡ тоҡомо
  • Шароле тоҡомо
  • Лимузин тоҡомо
  • һәм башҡалар.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Mapping the Global Distribution of Livestock / PLoS ONE 9(5): e96084. doi:10.1371/journal.pone.0096084 With estimated standing populations of 1.43 billion cattle, 1.87 billion sheep and goats, 0.98 billion pigs, and 19.60 billion chicken
  2. Livestock's Long Shadow: Environmental Issues and Options. Food & Agriculture Org. (1 January 2006). Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 июнь 2008.,
  3. Фильм «Спасти планету» // National Geographic Channel, 2016.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [ Мөгөҙлө эре мал] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә