Сивяковтың айырым йорто (Константиновск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сивяковтың айырым йорто
Нигеҙләү датаһы 1906
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Константиновск[d]
Архитектура стиле модерн[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Сивяковтың айырым йортоРостов өлкәһенең Константиновск ҡалаһында өс ҡатлы бина. 1906 йылда төҙөлгән. Бинала балалар сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Бина архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов өлкәһе Константиновск ҡалаһында ғәҙәти булмаған өс ҡатлы кирбес бина урынлашҡан. Сауҙагәр Николай Иванович Сивяков Дон йылғаһының бейек ярына үҙ аҡсаһына псевдоготика элементтары менән модерн стилендә йорт төҙөй. Бина 1906 йылда төҙөлә. Сауҙагәр Н. И. Сивяков Константиновская станицаһында иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе була. Ул мануфактура менән сауҙа итә, Николаевская һәм Константиновская станицаларында сауҙа кибеттәре була. Бина йылға яғына ҡарай ауыш урында төҙөлгән, уның уң өлөшө ярымподвалдарға эйә була, ә һул яҡтан ихатаһы беренсе ҡаттың яртыһы кимәлендә була. Бина тәҙрәләре төрлө ҙурлыҡта һәм формала — ярымтүңәрәк, тура мөйөшлө, тар, киң, юғары һәм түбән була. Урамдан түр инеү урыны баҫҡыс буйлап йорттоң икенсе ҡатына алып бара, унда бильярд бүлмәһе, эш кабинеттары, ҡунаҡ бүлмәһе, оҙон балкон урынлаша. Өсөнсө ҡатта йоҡо бүлмәһе һәм ванна бүлмәһе була. Йәшерен инеү урыны йорттоң кире яғынан беренсе ҡатҡа алып бара, унда ярҙамсы биналар, кухня, хеҙмәтселәр бүлмәләре булған.

1914 йылда Сивяков Париж күргәҙмәһенән станица яҡтарында беренсе булған автомобиль алып ҡайта. Үҙенең йортонда ул автомобиле өсөн гараж төҙөй.

Совет власы йылдарында бина национализациялана, XX быуаттың 60-сы йылдарынан был бинала балалар сәнғәт мәктәбе урынлаша. Өлкә инспекцияһы ҡала идаралығының 31.12.2002 йылдың 124-се бойороғона ярашлы сауҙагәр Сивяков йорто төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы тип таныла.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сивяковтың өс ҡатлы кирбес йорто модерн стилендә төҙөлгән, симметрик булмаған формала, ике яҡлы ҡыйыҡ менән, һул яҡтан үтәнән-үтә сығып йөрөү урыны, ярым подвал биналары бар. Түр инеү урыны фасад яғынан төҙөлгән һәм икенсе ҡат өҫтөндә япмаһы бар. Бинаның ҡабырға тәҙрәләре юҡ.

Бинаны төҙөгәндә кирбесте һалыуҙа эзбиз иретмәһе, ҡом, балсыҡ һәм тауыҡ йомортҡалары ҡулланыла[1].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Архитектура Л. В. Глазычев. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Мәғлүмәт. Картографія; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-17-005418-1.