Эстәлеккә күсергә

Сиокка Анибаль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Футбол
Футбол
Анибаль Сиокка
Информация
Тулы исеме Анибаль Сиокка
Тыуа 23 июль 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Уругвай
Вафат 7 ноябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (66 йәш)
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Карьера
Клуб карьераһы*
1931 Уругвай Монтевидео Уондерерс
1931—1946 Уругвай Насьональ
Барлығы карьераһында 353 (155)
Йыйылма командаһы**
1934—1943 Уругвай Уругвай 21 (7)
Халыҡ-ара миҙалдары
Көньяҡ Америка чемпионаттары
Алтын Лима 1935
Көмөш Перу 1939
Алтын Уругвай 1942

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Анибаль Сиокка (исп. Aníbal Ciocca; 23 июль 1912 йыл — 7 ноябрь 1981 йыл) — Уругвай футболсыһы, үҙәк һөжүмсе, ҡушаматы — «Принсипи».

Сиокка футболда «Монтевидео Уондерерс» клубында профессиональ уйнай башлай, һуңынан, 1931 йылда «Насьоналға» күсә. Шул йылда футбол буйынса (һәүәҫкәрҙәр эраһы) «Уондерерс» Уругвай>ҙың һуңғы чемпионы була, ә «Насьональ» икенсе урынды ала. 1933 йылда Сиокка «Насьональ» менән милли чемпионатта еңә[1]. 1934 йылда был уңыш тағы ҡабатлана.

«Насьональ» клубында уйнаған ваҡытта Сиокка 1935 йылда Америка кубогында ҡатнаша, унда Уругвай командаһы Көньяҡ Американың иң яҡшы командаһы була. Сиокка Перу, Чили (2 гол индереп) һәм Аргентина (1 гол) менән өс матчта ла уйнай. Өс гол уға Эрминио Масантонионан ҡала турнирҙың иң яҡшы бомбардиры титулын бирә. Шул йылда «Насьональ» менән бергә Сиокка икенсе тапҡыр икенсе урын яулай. Был дүрт вице-чемпионлыҡ серияһының (1936, 1937 һәм 1938 йыл) башы була.

Һуңынан ул 1939 йылда Америка Кубогында ҡатнаша, Уругвай командаһы менән бергә икенсе урын ала. Сиокка Эквадор, Чили, Парагвай, Перуға ҡаршы бөтә дүрт матчта ла уйнай. Шул уҡ йылда ул «Насьональ» менән бергә Уругвай чемпионатында еңә. Был уның 1940, 1941, 1942, 1943 йылдарҙағы чемпионлыҡ серияһының башы була.

Шулай уҡ Сиокка 1942 йылда Америка Кубогында ҡатнаша, унда Уругвай тағы ла Көньяҡ Америкала иң яҡшыһы була. Сиокка Чили (гол индерә), Эквадор, Бразилия, Парагвай (гол индерә), Перу һәм Аргентина менән бөтә алты уйында ла уйнай.

Континенталь беренселектәге уңыштан һуң Сиокка «Насьональ» менән ике тапҡыр Уругвай чемпионы була (1943 һәм 1946 йылдарҙа), ике тапҡыр икенсе урынды яулай (1944 һәм 1945 йылдарҙа). 1946 йылда ул уйынсы карьераһын тамамлай.

Сирокка ике тапҡыр Уругвай чемпионатының иң яҡшы бомбардиры тип таныла (1934 йыл (13 гол) һәм 1936 йыл (14 гол).

1934 йылдың 18 июленән 1943 йылдың 4 апреленә тиклем Сипркка Уругвай йыйылма командаһы өсөн 21 матчта уйнай һәм 7 гол индерә[2].

Сиокка элегант уйын күрһәтә һәм шуның өсөн «Принсипи» (принц) ҡушаматын ала. Ул техниканы һәм бомбардир оҫталығын яҡшы берләштерә, шул арҡала Уругвай сепионатында 155 гол индерә[3].

  1. Uruguay 1933 Championship
  2. Uruguay — Record International Players
  3. Т. Волек. . — GiA, 1995. — С. 51, 65-67. — ISBN 83-902751-2-0.