Сиони

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сиони
груз. სიონი
Рәсем
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Хөрмәтенә аталған Сион[d]
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмек Тбилиси
Епархия Мцхетская и Тбилисская епархия[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Сиони[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Sioni Cathedral, Tbilisi[d]
Commons-logo.svg Сиони Викимилектә

Сиони (груз. სიონი) — Тбилисиҙа төп тарихи һәм Грузин сиркәүенең ике мөһим ғибәҙәтханаларының береһе. Сиони тауы хөрмәтенә аталған һәм Успение Пресвятая Богородица хөрмәтенә изгеләндерелгән. Кура йылғаһы ярында урынлашҡан. Изге Троица соборы (Цминда Самеба) (2004) төҙөлгәнгә тиклем бында грузин католикосының кафедраһы булған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Храмға Вахтанг I Горгасали нигеҙ һалған тип фаразлана. Дөрөҫөрәге, төҙөлөш инициаторы булып VI быуат аҙағында куропалат Гурам I сығыш яһай (һәм бында, күрәһең, ерләнгән). Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, VII быуатта батша Арданас заманында төҙөлөш тамамлана[1].

Был беренсе сиркәү, ғәрәп әмирлектәре ойошторолғас, һүтеп алына. 1112 йылда Давид IV Төҙөүсе, Тбилисиҙы ғәрәптәрҙән азат итеп, ҡалала яңы собор төҙөй, ул бер нисә тапҡыр емерелә һәм тергеҙелеүгә дусар була. Бигерәк тә Йәлил әд-дин Манкбурн баҫып алыуынан һәм ер тетрәүҙән һуң байтаҡ эштәр эшләргә тура килә.

1726 йылда үҙ йоғонтоһон файҙаланып, кенәз Гиви Амилахвари Картли батшалығын баҫып алған төрөктәр-ғосмандар тарафынан Тибилисиҙағы төп православ соборын мосолман мәсетенә әйләндереүҙән һаҡлап алып ҡала.

1795 йылдың сентябрендә собор Аға-Мөхәммәт хан баҫып алыуынан ныҡ зыян күрә. Ағас хор һәм иконостас яндырыла, фрескалары ҡором менән ҡаплана. Тиҙҙән собор тергеҙелә һәм 1817 йылда Минай Медичи уны «киң һәм матур, эсендә Библия картиналары менән биҙәлә» тип яҙа[2]

Соборҙа ҡайһы бер батшалар — Грузия сиркәүенең иерархтары Гурам һәм Арданас, атап әйткәндә Католикос-патриархтар Кирион I, V Давид (Девдариани) һәм урыҫ һәм грузин тарихы шәхестәре — П. Цицианов, генерал Лазаревич, Орбелиани йорто вәкилдәре ерләнгән

Ҡиәфәте һәм изге әйберҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1980—1983 йылдарҙа реставрациянан һуң Сиони ғибәҙәтханаһы, ҡатмарлы төҙөлөш тарихына ҡарамаҫтан, үҙенең урта быуаттар йөҙөн һаҡлап ҡала. Соборҙан ситтә ике манара тора — береһе боронғо, өс ҡатлы, XV быуатта төҙөлгән, фарсылар тарафынан емерелгән һәм XX быуатта тергеҙелгән, икенсеһе — типик русклассицизмында (1812 йылда төҙөлгән) төҙөлгән.

Ғибәҙәтхана интерьерында рус рәссамы Г. Г. Гагариндың фрескалары һаҡланған.

Ҡомартҡылар араһында беренсе урында Изге Апостол Фоманың башы һәм изге Нинаның боронғо тәреһе тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Григорій Москвичъ Иллюстрированный практическій путеводитель по Кавказу. Одесса, 1899
  2. Анчабадзе Ю. Д., Волкова Н. Г. Старый Тбилиси. — М., 1990. — С. 50.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]