Сиреналар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Д. У. Уотерхаус, Одиссей һәм сиреналар, 1891

Сиреналар (бор. грек. Σειρῆνες, лат. Sirenes) — боронғо грек мифологияһында[1] диңгеҙҙә йәшәүселәр, улар диңгеҙҙең сәйәхәтселәр өсөн һоҡланып туймаҫлыҡ гүзәл, ләкин алдаҡсы ҡиәфәтен кәүҙәләндерәләр, сөнки һыу аҫтында кәмәләр өсөн үлемесле осло ҡаялар йә һай урындар. Сиреналар миксантропик: улар ярымҡатын — ярымҡоштар, йә ярымҡатын — ярымбалыҡтар, аталарынан ҡырағайлығын, муза әсәләренән — илаһи тауышын алғандар. Микен текстарында se-re-mo-ka-ra-a-рi тигән һүҙ бар, ул «сирен баштары менән биҙәлгән» тигәнде аңлатыуы мөмкин[2].

Сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сиреналар атаһы тип диңгеҙ хоҙайы Форкийҙы иҫәпләгәндәр[3], йә улар — Ахелойҙың балалары, әсәләре музаларҙың береһе булған (Мельпомена[4], йәки Терпсихора[5], йәки Каллиола), йә Стероп (Порфаон ҡыҙҙары)[6], йә Гея, йә Кето.

Әүерелеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Э. Армитидж: «Сиреналар».

Гомерҙан һуңғы хикәйәттәрҙә сиреналар ҡанатлы ҡыҙҙар йәки балыҡ ҡойроҡло ҡатындар, йә ҡош тәнле, тауыҡ аяҡлы ҡыҙҙар булып тасуирланалар. Уларҙың ни өсөн бындай ҡиәфәт алғандарын аңлатҡан бер нисә хикәйәт булған.

Улар Персефонаның юлдаштары була[7]. Персефона урланғандан һуң[8] аҙашып Аполлон ерҙәренә килеп сығалар. Персефонаға ярҙам итмәгәндәре өсөн, Деметра уларға ҡанаттар ҡуя[9]; икенсе версия буйынса, Персефонаны тапһындар өсөн аллалар уларҙы ҡоштарға әүерелдерә[10]. Тағы бер версия буйынса кейәүгә сығырға теләмәгәндәре өсөн ярымҡоштарға уларҙы Афродита әйләндерә[11][12].

Гераның кәңәше буйынса сиреналар музалар менән йырҙа ярышалар. Музалар еңә лә сиреналарҙың ҡауырһындарын йолҡоп, үҙҙәренә таж яһап кейеп йөрөй башлайҙар[13]. Ярыш Аптер (Бесперых) ҡалаһында уҙа[14]. Зевс уларға йәшәргә Анфемоэссу утрауын бирә[15].

Сиреналар һәм сәйәхәтселәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ сиреналары. Лубок. 1866 йыл.

Гомерҙан һуңғы хикәйәттәрҙә[16] сиреналар кешеләрҙе арбай торған тауышлы, хуш китмәле һылыу ҡыҙҙар булып тасуирланалар. Йырҙары менән улар юлсыларҙы йоҡлатыр, ә шунан һуң өлөштәргә ботарлап ашар булғандар. Аргонавтарҙы сиреналар арбай алмай, сөнки улар менән юлға сыҡҡан Орфей үҙенең йыры һәм лирала уйнауы менән сиреналарҙың тауышын баҫа. Шулай ҙа аргонавтарҙың береһе — Бут уларҙың ауазына диңгеҙгә ташлана, ләкин уны Афродита ҡотҡара һәм Лилибейға илтеп ҡалдыра[17].

Сиреналарҙың һәләкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сиреналар

Сиреналар тураһында беренсе тапҡыр «Одиссея»ҙа телгә алына. Улар Цирцея ерҙәре менән Сцилла араһындағы утрауҙың ҡаяларында йәшәйҙәр. Утрау сиреналар ҡорбандарының һөйәктәренән һәм кипкән тиреләренән ағарып ятҡан була[18]. Үҙҙәренең йырҙары менән улар үтеп барған ҡараптарҙы арбаған. Сәйәхәтселәр үҙ-үҙҙәрен онотоп, утрауға яҡын килгән һәм караптары менән һәләк булған[19]. Одиссей Цирцеяның иҫкәртеүе арҡаһында ғына үлемесле һәләкәттән ҡотола: ул юлдаштарының ҡолаҡтарына балауыҙ ҡоя, ә үҙен мачтаға бәйләп ҡуйырға ҡуша.

Әгәр берәйһе һеҙҙең йырығыҙға ҡыҙыҡмай янығыҙҙан үтеп китә алһа, һеҙ һәләк буласаҡһығыҙ, тип сиреналарға үлемдәре тураһында алдан иҫкәртелгән була. Одиссейҙың карабы улар янынан үтеп киткәс тә[20], сиреналар диңгеҙгә ташланып ҡаяға әүереләләр[21][22].

Аңлатмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Софокл яҙыуы буйынса, улар уға Аид законын аңлаталар[23]. Дионис Софоклды яңы Сирена тип атай[24].

Антика дәүерендәге классик әҙәбиәттә ҡырағай хтоник сиреналар татлы тауышлы аҡыл эйәләре булған сиреналарға әүерелә. Улар Ананке алиһәнең донъя орсоғоноң һигеҙ күк ҡатында берәмләп ултырып, үҙ йырҙары менән йыһандың илаһи гармонияһын булдыралар[25]. Аидта йәшәйҙәр[26].

Гарпии на древнегреческой вазе
Сиреналар боронғо грек көршәгендә

Уларға Никофон и Феопомптарҙың «Сирена» исемле комедияһы арналған.

Сиреналар исемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аглаопа (Аглаофона/Аглаофема) («көмөш тауышлы»). Сирена[27]. Ахелой һәм Мельпомена ҡыҙы.[28]
  • Ахелоидтар. Сиреналарҙың ҡушаматтары.
  • Лекос. Сиреналарҙың береһе. Уның исеме менән Сиренусс утрауының ҡаршыһындағы мыс аталған[29]. Уның кәүҙәһен диңгеҙ Посейдон ярына сығарып ташлай[30].
  • Лигейя. Сирена, уның кәүҙәһен диңгеҙ Бруттияның Терин ярына сығарып ташлай[31].
  • Молпа (Мольпа, «Пляска»). Сирена[27]: Ахелой һәм Мельпомена ҡыҙы[32].
  • Парфенопа (Парфенопея). Сирена[33]. Уның ҡәберен Неаполдә күрһәтәләр[34][35].
  • Писиноя (Пейсиноя). Сирена, ҡыҙы Балоя һәм Мельпомена[36].
  • Фелисио (Телеп). «күҙҙе ялмаусы». (йәки Фелисио/Телсән йә Флексия). Сирена[27]. Ахелой һәм Мельпомена ҡыҙы[36].

Астрономияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда табылған астероид (11) Парфенопа хөрмәтенә аталған.

Астероид (1009) Сирена, 1923 йылда табылған, сиреналар хөрмәтенә аталған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.438, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.3. С.304
  2. Предметно-понятийный словарь греческого языка. Микенский период. Л., 1986. С.75, 140
  3. Софокл, фр.861 Радт из неизвестной драмы
  4. Ликофрон. Александра 722 и комм.
  5. Аполлоний Родосский.
  6. Псевдо-Аполлодор.
  7. Еврипид. Елена 168—178
  8. Клавдиан. Похищение Прозерпины III 255
  9. Овидий. Метаморфозы V 554—563; Гигин. Мифы 141
  10. Первый Ватиканский мифограф II 84, 1
  11. Евстафий. К «Одиссее» XII 47 // Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.173
  12. Гигин. Мифы, выписки Досифея 8
  13. Павсаний.
  14. Цец. Комментарий к «Александре» Ликофрона 653 // Комментарий Д. О. Торшилова в кн. Гигин. Мифы. СПб, 2000. С.173
  15. Гесиод. Перечень женщин, фр.27 М.
  16. например в «Argonautica» Аполлония Родосского
  17. Аполлоний Родосский IV 900—919
  18. Гомер. Одиссея XII 45
  19. Гомер. Одиссея XII, 39 и след.
  20. Гигин. Мифы 141
  21. Орфическая аргонавтика 1284—1290 // Примечания А. А. Тахо-Годи в кн. Платон. Собрание сочинений. М., 1990-94. В 4 т. Т.2. С.466
  22. Стефан Византийский. Этника
  23. Софокл, фр.861 Радт = Плутарх.
  24. Павсаний. Описание Эллады I 21, 1
  25. Платон.
  26. Платон. Кратил 403d
  27. 27,0 27,1 27,2 Гесиод. Перечень женщин, фр.27 М.
  28. Псевдо-Аполлодор.
  29. Страбон.
  30. Ликофрон. Александра 720
  31. Ликофрон. Александра 724
  32. Гигин. Мифы. Введение 30
  33. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.291
  34. Ликофрон. Александра 716; Страбон.
  35. Петроний. Сатирикон 5
  36. 36,0 36,1 Псевдо-Аполлодор.