Эстәлеккә күсергә

Словенияның милли музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Словенияның милли музейы
слов. Narodni muzej Slovenije
Нигеҙләү датаһы 1821[1]
Рәсем
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна
Урын Prešeren road[d]
Диапазон IPv6 2001:1470:ec73::/48[2]
Рәсми асылыу датаһы 1831
Рәсми сайт narmuz-lj.si
Страница учреждения на Викискладе National Museum of Slovenia
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the National Museum of Slovenia[d]
Карта
 Словенияның милли музейы Викимилектә

Словенияның милли музейы (ингл.  Narodni muzej Slovenije) ЛюбляналаСловенияның төп музейы

Музей ҡаланың үҙәк районында Тиволи паркынан алыҫ түгел урынлашҡан. Словенияның тарих музейы менән бер рәттән Словенияның Милли музейы илдең иң боронғо фәнни һәм мәҙәни учреждениеһы булып тора. Музейҙа археологик табылдыҡтарҙың, боронғо тәңкәләрҙең, аҡсаларҙың бай коллекцияһы, гравюралар, һүрәттәр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре бар.

1821 йылда музей «Крайны музей-усадьбаһы» булараҡ барлыҡҡа килә. Биш йылдан һуң австрия императоры Франц II шәхсән бағыусыһы булырға ҡарар итә һәм уны «Крайны провинциаль музейы» тип үҙгәртергә бойора. 1882 йылда музей тәхет вариҫы Рудольф хөрмәтенә «Крайны провинциаль музейы — Рудольфинум» тип атала.

Словендар, Хорваттар һәм Сербтар Короллеге төҙөлгәндән һуң исеме «Милли музей» тип үҙгәртелә. 1923 йылда музейҙың этнографик коллекцияһы яңы этнография музейына тапшырыла, ә 1933 йылда һынлы сәнғәт коллекцияһының күп өлөшө Словенияның милли галереяһына тапшырыла. 1944 йылда музейҙан шул уҡ бинала ҡалһа ла Словен тарих музейы айырылып сыға (шул ваҡытта Тәбиғи фәндәр музейы). 1953 йылда архивтарҙың күп өлөшө Грубер һарайына күсерелә.

1992 йылда «Словенияның милли музейы» тип үҙгәртелә

Милли музейҙың төп бинаһы словен парламенты һәм Сит ил эштәре министрлығы биналарынан алыҫ түгел урынлаша. Музей неоренессанс стилендә оҫта Вильгельм Треоның Ян Владимир Храски хеҙмәттәшлегендә 1883 һәм 1885 йылдар араһында төҙөлгән. Трео башлыса Вена архитекторы Вильгельм Резори проектына эйәреп эшләгән.

Интерьерҙың дизайнын Храски эшләгән, төп залдың түшәмен рәссамдар Янез һәм Юрий Шубец медальондары биҙәй. Медальондар 1885 йылда төҙөлгән. Янез Шубиц «Карниола — фән һәм сәнғәт һаҡсыһы» аллегорик темаһына картиналар яҙған, Юрий Шубиц билдәле дүрт словен кешеһенең: Янез Вайкард Вальвазор, Валентин Водник, Зигмунд Герберштейн һәм Зигмунд Зойстың портреттарын яҙған. Медальондар араһындағы аралыҡты Карел Липовшек биҙәгән.

Бина 1888 йылдың 2 декабрендә тантаналы асыла һәм тик музей өсөн генә ҡулланылған беренсе бина була. Скульптор Алоиз Гангл эшләгән Янез Вайкард Валвазорҙың бронза һәйкәле 1903 йылда музей бинаһы алдында ҡуйыла.

  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:1470:ec73::/48&type=inet6num