Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле
Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Смольнинское[d] |
Булдырыусы | Василий Васильевич Козлов[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Архитектор | Владимир Георгиевич Гельфрейх[d] һәм Владимир Алексеевич Щуко[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле Викимилектә |
Смольный янындағы В. И. Ленин һәйкәле — Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент. 1927 йылда Смольный институты алдында ҡуйылған. Һәйкәл скульптор В. В. Козлова, архитекторҙар В. Г. Гельфрейх һәм В А. Щуко эшләгән проект буйынса башҡарылған. Монумент федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә[1].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. И. Ленин һәйкәленә урын һайлау Смольныйҙың Октябрь революцияһында тотҡан мөһим ролен иҫәпкә алып һайлана. Смольныйҙан В. И. Ленин ҡораллы ихтилал менән етәкселек иткән, шулай уҡ бында беренсе Совет хөкүмәте төҙөлә[2].
1924 йылда Ленин һәйкәле проектына конкурс иғлан ителә. Уның һөҙөмтәһе буйынса конкурста скульптор В. В. Козлов менән архитекторҙар В. Г. Гельфрейх һәм В А. Щуко проекты еңеүсе тип табыла. Бронза скульптура Сәнғәт академияһының бронза ҡойоу заводында ҡойола, был эш менән ҡойоусы В. З. Гаврилов һәм скульптор Я А. Троупянский етәкселек итә. Һәйкәл постаменты өсөн Череповецкий губернаһынан монолит гранит килтерелә[3].
Һәйкәлде асыу тантанаһын Октябрҙең унынсы йыллығына арнайҙар[2]. 1918—1923 йылдарҙа Ленин һәйкәле урынында К. Маркстың гипс скульптураһы (А. Т. Матвеев эше) торған була[4].
Ленин оратор һынында һүрәтләнгән Уның уң ҡулы алға һуҙылған, ә һул ҡулында- кепкаһы. Скульптура цилиндр аҡһыл-алһыу гранит пьедесталға баҫтырып ҡуйылған. Пьедесталды бронза билбау уратып тора, унда «йәшәһен пролетариат диктатураһы» тип яҙылып ҡуйылған[4]. Һәйкәл авторҙары эштәрен Смольный архитектураһы ансамбленә яраҡлаштырып эшләгән[2]. Скульптураның бейеклеге — 2,15, постаменттың бейеклеге — 3,8 м.
Артабан ошондай В. И. Ленин һәйкәле СССР-ҙың башҡа ҡалаларында ла ҡабатлап ҡуйылған[4].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятник В. И. Ленину у Смольного // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
- ↑ Памятник Ленину у Смольного
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 184