Соловарака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Соловарака
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мурманск өлкәһе
Карта

Соловарака — Кола ҡалаһындағы тау. Бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 80,6 метр. Тауҙа ҙур таш—ваҡ таш—ҡом карьеры бар.

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урындағы топонимика менән таныш булмаған кеше, бәлки, тауы атамаһы «тоҙ» һүҙенән килеп сыҡҡан, ә Соловаракала ҡасандыр тоҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнгәндәр, тип үҙенсә һығымта яһауы мөмкин. Әммә был дөрөҫ түгел.

Тауҙың атамаһы саам телендәге «Суоловарра» һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул «утрау-варака», шулай уҡ «утрау-тау» тип тәржемә ителә. Саамдар уны тауҙың айырым ғына тороуынан һәм ошо урындағы башҡа тау һәм сусаҡтарҙан айырылып торғаны өсөн шулай атағандар. Ә поморҙар, үҙ сиратында, был атаманы рус теленә яраҡлаштырған. Тәүге һүҙҙе рус теленә тәржемә иткәндәр, ә икенсеһен саам телендәге һүҙгә мәғәнәһе буйынса оҡшаш помор һүҙе менән алмаштырғандар.

XX быуаттың 30-сы йылдарында яҙылған "Баренц диңгеҙе лоцияһы"тауҙың ике исемен килтерә. Ул саҡта уны Соловарака һәм Суоловарака тип атайҙар. Һуңынан тәүге атама тулыһынса нығынып китә, ә икенсеһе тарихта ҡала.

Тау тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тау тарихы боронғо замандарға барып тоташа. 1772 йылдың февралендә тауҙа ер тетрәү ваҡытында, был край өсөн һирәк күренеш, ул ишелә. Һәм уны хәҙерге көндә лә күрергә мөмкин. Шулай уҡ был быуатта тауҙа астроном Жак-Андре Маленың обсерваторияһы урынлаша. Хәҙер унда карьер.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ушаков И. Ф., Дащинский С. Н. «Кола». Мурманское книжное издательство. 1983 год.
  • А. А. Минкин. «Топонимы Мурмана». Мурманское книжное издательство. 1976 год.