Сорғот педагогия университеты
Сорғот педагогия университеты | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1986 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Сургут |
Рәсми сайт | surgpu.ru |
Сорғот дәүләт педагогия университеты (рус. Сургутский педагогический университет) — Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның юғары белем биреү бюджет учреждениеһы.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
РСФСР Мәғариф министрлығының бойороғо менән 1986 йылда Сорғот педагогия училищеһы асыла. Алты йылдан һуң, 1992 йылда уға Сорғот педколледжы статусы бирелә[1]. Тағы ла өс йылдан һуң (1995) уҡыу йорто яңынан үҙгәртеп ҡорола һәм был юлы Сорғот дәүләт педагогия институты тип атала башлай. Ниһайәт, 2005 йылда вуз хәҙерге — «университет» статусына эйә була.
Юғары уҡыу йорто блуғандан алып учреждение 6604 белгес әҙерләп сығара, йылдар буйынса ҡарағанда: 2013 йылда — 221, 2014 йылда — 149, 2015 йылда — 381, ә 2016 йылда — 366.[2]
2018 йылда вузда 2700 студент белем ала, шул иҫәптән бакалавриатта — 1740, магистратурала — 242, аспирантурала 90 студент. Юғары уҡыу йортоноң ситтән тороп уҡыу бүлегендә 630 студент уҡый[3].
Нигеҙләнгәндән алып (1986) 2019 йылға тиклем учреждениены Надежда Васильевна Коноплина етәкләй, 14 ғинуарҙан ректор вазифаһын ваҡытлыса беренсе проректор Владислав Засыпкин башҡара[4].
Белем алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2016 йылдан алып университет 6 факультет сиктәрендә (филология, физик культура һәм спорт, психология, идара итеү, социаль-гуманитар, социаль-мәҙәни коммуникациялар) 14 кафедрала 28 йүнәлеш һәм 7 әҙерлек профиле буйынса белем бирә[5]
- Гуманитар фәндәр
- Социаль фәндәр
- Мәғариф һәм педагогика
- Мәҙәниәт һәм сәнғәт
- Иҡтисад һәм идара итеү
- Автоматика һәм идара итеү
- Хеҙмәтләндереү өлкәһе
2001 йылда Рәсәй Мәғариф академияһы Президиумы ҡарары менән университетҡа педагогия юғары уҡыу йорттарында белем биреү системаһына йүнәлтелгән шәхес формалаштырыу буйынса федерлаь тәжрибә майҙансығы статусы бирелә.
2008 йылда юғары уҡыу йорто ике кимәлле белем биреү системаһына күсә.
2018 йылда вуз «Сифат менән идара итеү», «Журналистика», «Дизайн» йүнәлештәре буйынса бакаларвҙар әҙерләү аккредитацияһынна мәхрүм ителә[6].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление Главы Администрации Ханты-Мансийского автономного округа от 1 июля 1992 года N 182 «О преобразовании Нижневартовского и Сургутского педучилищ в высшие педагогические (колледжи)»
- ↑ Училище — колледж — институт — университет // Новости Югры, 22 сентября 2016
- ↑ Педуниверситет Сургута принимает поздравления с днем рождения // Новости Югры, 6 апреля 2018
- ↑ У Сургутского педагогического университета будет новый ректор Надежда Коноплина ушла на пенсию
- ↑ Сургутский государственный педагогический университет отмечает 30-летний юбилей // Администрация города Сургута, 9 сентября 2016
- ↑ Ректор Сургутского педуниверситета уволился после того, как вуз лишили аккредитации, 16 января 2019
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- От СУЗа до ВУЗа четверть века. День рождения у Сургутского педагогического университета // Телекомпания «Югра», 23 декабря 2011
- Сургутский государственный педагогический университет отмечает 30-летний юбилей // Администрация города Сургута, 9 сентября 2016
- Педуниверситет Сургута принимает поздравления с днем рождения // Новости Югры, 6 апреля 2018
- Сургутский государственный педагогический институт // Образование Югории. — 2000.- N 4. — С. 85-105.
- Библиографию об учреждении до 1999 года см.: Сургутский государственный педагогический институт / Р. Д. Истомина — Сургут, история и современность: библиографический указатель, Том 2 — МУК ЦБС, 1999—215 с. — стр. 325—326