София Гисберг
София Гисберг | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Швеция[1] |
Тыуған көнө | 16 ноябрь 1854[2][3] |
Тыуған урыны | Сундсвалль[d], Швеция[2][3][4] |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1926[2][3][5] (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Ваксхольмс[d], Ваксхольм[d], Стокгольм[d], Швеция[2][3][5] |
Әһәмиәтле кеше | Агнес Брантинг[d][6][3], Amelie Brandt[d][3] һәм Энни Фрихольм[d][3] |
Һөнәр төрө | дизайнер, Q51953422?, художник по текстилю, уҡытыусы, скульптор |
Кемдә уҡыған | Керстин Кардон[d][3] |
Вики-проект | Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Милли һынлы сәнғәт музейы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
София Гисберг Викимилектә |
София Гисберг (швед. Sofia Gisberg; 1854—1926) — туҡыма буйынса швед рәссамы һәм скульпторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]София Гисберг 1854 йылдың 16 ноябрендә Сундсваллдә сауҙагәр Пер Даниэль Гисберг һәм уның ҡатыны Абрамина Элизабет Таксберг ғаиләһендә тыуған.
София 1877—1886 йылдарҙа Стокгольм ҡалаһында Констфактың һөнәрселек мәктәбендә дизайн буйынса белем ала, аҙаҡ уҡытыусы булып китә. Шулай уҡ ул рәссам Керстин Кардондың һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Күпмелер ваҡыт Стокгольмда Centraltryckeriet[sv] типографияһында литограф сифатында эшләй.
Скульптор булараҡ, С офия Гисберг бер нисә билдәле эш яһай. Уларҙың береһе — Сундсваллдә Венгаван паркында фонтан үҙәгендәге скульптура (1886 йыл, & CG Bolinder' механик оҫтаханаһында ҡойолған) Рәссам булараҡ, киң һөнәргә: сиркәү туҡымаһынан көнкүреш кәрәк-яраҡтарында тиклем эйә булған. Атап әйткәндә Нюнесхамень һәм Стокгольм ҡалаларындағы сиркәүҙәр өсөн туҡыма әҙерләй. Ул 1884 йылда F. Beck & Son, төпләү компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә, унда тиренән нескә эштәр башҡара. Гисберг Handarbetets vänner Ассоциацияһы ағзаһы булып тора һәм күпмелер ваҡыт уның идараһы ағзаһы була. Австрия һәм Германияла танышыу сәфәрҙәре ҡыла.
Швеция һәм сит илдәрҙәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, 1897 йылда Стокгольм Художество-сәнәғәт күргәҙмәһендә жюри ағзаһы була. 1894 йылда Чикаго күргәҙмәһендә бүләккә лайыҡ була. 1901 йылдың сентябрендә София Гисберг Швецияның Әҙәбиәт һәи сәнғәт миҙалы менән бүләкләнә.
Уның эштәрен Стокгольмда Швеция Милли музейында күрергә мөмкин.
София Гисберг 1926 йылдың 3 ғинуарында Ваксхольм мәхәлләһендә вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 http://kulturnav.org/e4c70014-a85c-416b-bee1-8bb3c4085c53 — 2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 18541116 Gisberg, Sofia // (unspecified title)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 Sofia Gisberg 1854-11-16 — 1926-01-03 Mönsterritare, formgivare
- ↑ Gisberg, Sofie, f. 1854 i Sundsvall Västernorrlands län, Teknisk stud. (швед.) — Riksarkivet.
- ↑ 5,0 5,1 Vaxholms kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/1583/F I/4 (1919-1942), bildid: 00039647_00036, sida 33
- ↑ Agnes Margareta Matilda Branting 1862-02-27 — 1930-04-13 Textilkonstnär
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sofia Gisberg
- Sofia Gisberg 2021 йыл 15 апрель архивланған.
- Sofia Gisberg, 1854—1926