Эстәлеккә күсергә

Софья аллеяһы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Софья аллеяһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта
 Софья аллеяһы Викимилектә

Софья аллеяһы (Өфө) — Өфөнөң Туҡаев, Зәйнулла Рәсулев урамдарында урынлашҡан, Аксаковтар ғаиләһе менән туранан-тура бәйләнгән иҫтәлекле тарихи урындарҙың береһе[1].

Аллея Өфөнөң бик күп иҫтәлекле урындары — Губернатор йорто (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бинаһы), Өфөнөң беренсе собор мәсете һәм Рәсәй Үҙәк диниә назараты, С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, Салауат Юлаев баҡсаһы (элекке Случевский паркы) буйлап үтә.

Аллеяға XIX быуаттың 60-сы йылдарында Воскресенская урамы буйлап һәм Случевский тыҡрығында Софья Аксакова — тәүге Өфө губернаторы Григорий Аксаковтың ҡатынына бағышлап нигеҙ һалына. Аллеяның халыҡ телендә нығынған исеме ошонан килеп сыға ла инде.

Софья аллеяһы Өфөлә берҙән-бер классик типтағы аллея — йәйәүлеләр өсөн юлдың ике яғында ағастар бер-береһе менән параллель рәүештә шахмат тәртибендә ултыртылған. Элекке замандарҙа бында йүкәнән башҡа алмағас, груша, ҡайын, саған, миләштәр үҫкән. Бындай планлаштырыу аллеяның тәьҫир итерлек матур буяуҙар палитраһын йыл дауамында тәьмин иткән — иртә яҙ менән алмағас сәскә атҡандан алып, сағандар ҡуйы ҡыҙыл япраҡтарын ҡойған ҡара көҙгә тиклем.