Эстәлеккә күсергә

Социаль реклама лабораторияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Социаль реклама лабораторияһы
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2005

Нигеҙләүсе

Гюзелла Николайшвили

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү

Төп фигуралар

Гюзелла Николайшвили (генераль директор)

Тармаҡ

социаль реклама

Сайт

http://www.soclaboratory.ru/

АНО «Социаль реклама лабораторияһы» — тулы цикллы Рәсәй реклама агентлығы, социаль реклама эшләүгә һәм етештереүгә махсуслашҡан. 2002 йылдан Гюзелла Николайшвили етәкселеге аҫтында эшләй. Социаль реклама буйынса коммерция булмаған ойошмалар араһынды иң алдыңғыһы һанала[1].

Лабораторияға 2002 йылда сәйәси фәндәр кандидаты Гюзелла Геннадиевна Николайшвили нигеҙ һала. Беренсе етди проекттарының береһе «Социальная реклама.ру» сайты була, ул 2003 йылдан эшләй башлай һәм хәҙерге көндәлә уңышлы эшләп килә. 2003—2008 йылдар арауығында Рәсәйҙең ун туғыҙ төбәгендә һәм Киевта, Сухумила, Ригала ошошманың хеҙмәткәрҙәре социаль рекламаға бәйле иллегә яҡын семинар-тренингтар үткәрә[2].

Николайшвили эре социаль реклама ойошмаһының директоры булараҡ, Рәсәйҙең һатыу итеү һәм етештереү палатаһы ойошторған "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнаша[3].

2013 йылда Creative for Good бөтә донъя экономик форумы «Социаль реклама лабораторияһын» иң яҡшы донъя кейстары библиотекаһына индерә[4].

Лаборатория коммерция булмаған ойошмалар һәм фондтар өсөн социаль реклама етештереү менән шөғөлләнә. Заказ биреүселәр булып дәүләт структуралары һәм шәхси хәйриә фондтары сығыш яһай, уларҙың иҫәьендә ЮНИСЕФ, Роспотребнадзор, «Перспектива» төбәк йәмәғәт инвалидтар ойошмаһы, «Альфа» ветерандар ассоцацияһы, Халыҡ-ара медицина корпусы, «Фокус-Медиа» һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш фонды, «Открытый театр» хәйриә проекты һәм башҡалар[5][6][7][8].

  1. Лаборатории социальной рекламы — 10 лет. Наша молодёжь (3 февраль 2015). Дата обращения: 23 май 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Дарья Большакова. Лаборатория социальной рекламы уже девять лет создаёт рекламу в России. Atprint (3 февраль 2014). Дата обращения: 23 май 2015.
  3. Нина Кострецова. У вас все дома? Российская газета (22 октябрь 2008). Дата обращения: 23 май 2015.
  4. Лаборатории социальной рекламы — 10 лет. Агентство социальной информации (2 февраль 2015). Дата обращения: 23 май 2015. 2015 йыл 3 февраль архивланған.
  5. Раиса Ханукаева. Бизнес альтруистов: самобытность социальной рекламы в России. M24.ru (28 ноябрь 2013). Дата обращения: 23 май 2015.
  6. Социальная реклама на службе интересов государства. Экспоцентр (25 сентябрь 2014). Дата обращения: 23 май 2015.
  7. Мурад Нухаев. «Лаборатория социальной рекламы» в Грозном. Грозный-информ (27 февраль 2013). Дата обращения: 23 май 2015.
  8. Лаборатория социальной рекламы утверждает, что дети должны учиться вместе. Re-port.ru (15 февраль 2009). Дата обращения: 23 май 2015.