Спорт һарайы (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ЗСК «Спорт-Дон»
Урынлашыуы

Дондағы Ростов

Төҙөлгән

1967 й.

Асылған

20 октябрь 1967 й.

Һыйҙырылышлығы

4000

Өйҙәге команда

ГК «Ростов-Дон»
«Ростов» хоккей клубы

ЗСК «Спорт-Дон» — Дондағы Ростов ҡалалаһында урынлашҡан спорт комплексы, 1967 йылдың 20 октябрендә асылған.

Көньяҡ Рәсәйҙең иң эре спорт ҡоролмаларының береһе. 1967 йылда 1956 йылдың типовой проекты буйынса төҙөлгән, бары бер генә йыл эсендә төҙөлгән. Ул ваҡытта төҙөлгән спорт Һарайы СССР спорт ҡоролмаларының иң яҡшы бишәүһе исемлегенә инә.

Адресы: Рәсәй, Дондағы Ростов, Халтурин тыҡрығы, 103.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны 2800 кm² булған төп спорт аренаһының, боҙҙоң сифатына зыян килтермәйсә, бер нисә сәғәт эсендә, боҙ аренаһын концерт залына үҙгәртеп ҡорорға мөмкинлеге бар. Тамаша-спорт комплексының һыйҙырышлығы боҙ варианты өсөн 4000 тамашасы һәм спорт һәм концерт варианты өсөн 5000 тамашасы тәшкил итә. Спорт Һарайы эшләгән осорҙа ярыштарҙа яҡынса 50 миллион тамашасы булды. Спорт һарайы хоккей клубы «Ростов» һәм ҡатын-кыҙҙар гандбол клубы «Ростов-Дон» өсөн өй аренаһы булып тора.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дондағы Ростовта спорт Һарайы бинаһын төҙөү тарихы бер аҙ шомло. Билдәле булыуынса, Һарайҙы төҙөгәнгә тиклем, уның урынында Новопоселенск ҡала зыяраты урынлашҡан була. Унда күп кенә ҡаланың билдәле кешеләре ерләнгән була, уларҙың бер өлөшө әлегә тиклем унда ята. Зыярат тураһында беренсе телгә алыу 1785 йылға ҡарай. 1868 йылдың көҙөндә зыярат урынында яңы таш Бөтә Изгеләр сиркәүе төҙөлә. 1930 йылдарҙа, совет власы осоронда, зыярат «буржуаз үткәндең мираҫы» булараҡ юҡ ителә, ә 1966 йылда сиркәүҙе лә ябалар, аҙаҡ уны шартлаталар.

1960-сы йылдарҙа спорт һарайын төҙөү башлана, өҫтәүенә төҙөлөш урыны урындағы халыҡтан ҡойма менән уратып алына.

Ростов спорт Һарайын тантаналы асыу 1967 йылдың 20 октябрендә була. 1986 йылдың 23 февралендә спорт һарайында «Ҡар бөртөгө» уҡыу-спорт корпусы асыла. Ул 2004 йылда ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса мәктәп статусын алды, бөгөнгө көндә Көньяҡ федераль округында ул бындай төрҙәге берҙән-бер мәктәп булып тора.

2003 йылдың декабрендә спорт һарайында шулай уҡ боҙ шыуғалағы асыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]