Эстәлеккә күсергә

Стереохимия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стереохимия
Рәсем
Өйрәнеү объекты абсолют конфигурация[d]
 Стереохимия Викимилектә

Стереохимия (бор. грек. στερεός «ҡаты; арауыҡлы») структура химияһы — молекулаларҙың арауыҡтағы структур төҙөлөшөн, матдәләрҙең физик-химик үҙсәнлектәренә йоғонтоһон, реакцияларҙың йүнәлешенә һәм тиҙлегенә (динамик стереохимия) тәьҫир итеүен өйрәнгән химия бүлеге[1].

Аминокислоталар изомерҙары көҙгөләгесә

Матдәләрҙең мөһим структур үҙенсәлеге-хираллек (грек. χειρ « ҡул») йәки көҙгөләгесә симметрияның булмауы-яҫы көҙгөләгесә сағылдырыуға тап килмәгән теләһә ниндәй объекттарға хас күренеш.

Химиктар көҙгөләгесә асимметрик молекулаларҙы оптик R — Һәм S-изомер, йәки энантиомер тип атай.

«Уң» һәм «һул» түбәндәге ысулдар менән айырылып торорға мөмкин: яҫы полярлашҡан яҡтылыҡтың әйләнеү мөйөшөн үлсәү (энантиомерҙар яҡтылыҡты бер төрлө әйләндерә, ләкин төрлө яҡҡа, һәр ваҡытта энантиомерҙар исеменә тап килмәй.

Тере тәбиғәт химияһы көҙгөлө изомерҙар менән сағыштырғанда L-аминокислоталарға һәм D-шәкәрҙәргә өҫтөнлөк бирә.

Бындай структура үҙенсәлегенә иғтибар итмәү, мәҫәлән, дарыуҙарҙың ҡот осҡос фажиғәләргә килтереүе мөмкин. Биомолекулаларҙың хираллек һөҙөмтәһендә организмдағы химик процестар оптик изомерҙар араһындағы айырмаларға һиҙгер.

Бының эҙемтәләре күпме етди булырын талидомид осрағы күрһәтте . 1963 йылда уны ҡулланыу тыумыштан зәғифлеккә килтереүе асыҡлана. Был берләшмәнең бер энантиомеры иртәнге күңел болғаныуҙан ҡотолорға ярҙам итә, икенсеһе эмбриональ үҫештең боҙолоуын тыуҙыра (төрлө баһалар буйынса 8-12 мең бала тыумыштан зәғифләнә). Фармацевтика сәнәғәте энантиомерҙарҙы бүлеүгә етди иғтибар бирә.

Стереохимия алымын полимерҙар химияһында һәм технологияһында, биохимияла, молекуляр биологияла, фармакологияла, теоретик органик булмаған һәм органик химияла ҡулланалар. Оптик активлыҡты үлсәүҙе шәкәр сәнәғәтендә матдәләрҙең таҙалығын билдәләр өсөн, дарыуҙар, препараттар, хуш еҫле матдәләр етештереүҙә ҡулланалар.

Башҡортостанда стереохимия өлкәһендә оптик яҡтан актив берләшмәләрҙе синтезлауға һәм тәбиғи берләшмәләр трансформацияларына бәйле тикшеренеүҙәр XX быуаттың 70‑се йылдарында химия институтында башлана. 13С ядро‑магнит резонансы спектрҙарында күҙәтелгән диастереомерҙар эффекттарын анализлау нигеҙендә стереоизомерҙарҙы идентификациялау өсөн ғәҙәти булмаған юлдар тәҡдим ителә [2].

Рәсәйҙә айырым институттар юҡ. Алдынғы академия институттарында структура йәки стереохимия бүлектәре һәм лабораториялары бар. «Журнал структурной химии» һәм «Координационная химия» журналдары нәшер ителә.

  • Бакстон Ш., Робертс С. . — М.: Мир, 2005. — 311 с.
  • Ногради М. . — М.: Мир, 1984.
  • Соколов В.И. . — М.: Наука, 1982. — 244 с.
  • Аблесимов Н.Е. [1]. — Хабаровск: Изд-во ДВГУПС, 2005. — 84 с.
  • Аблесимов Н. Е. Сколько химий на свете? ч. 2 // Химия и жизнь — XXI век. — 2009. — № 6. — С. 34—37.
  • Ногради М. «Общая органическая химия. В 12 т. Т.1. Стереохимия, углеводороды, галогенсодержащие соединения». — Москва: «ХИМИЯ», 1984 й.