Эстәлеккә күсергә

Стригольниктар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Стригольниктар
Урынлашыу картаһы
1375 йылда Новгородта стригольниктарҙы язалау. Рәсемле йылъяҙма йыйынтығы (98-се бит, том 9), XVI быуат

Стригольниклыҡ (стригольниктар, стригольниктар тәғлимәте) — XIV быуатта Псковта барлыҡҡа килгән һәм Новгородҡа таралған дини хәрәкәт; Урта быуат Русендә йәһүд дине менән бер рәттән иң билдәле диин хәрәкәттәрҙең береһе. Православие сиркәү тарихсылары тарафынан Рус сиркәүен тарҡатыу булараҡ ҡарала. Стригольниктар сиркәү иерархияһын инҡар итә, сиркәү вазифаларының һатылыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.

Стригольниктар махсус төркөмдәргә берләшә, уларҙың башында остаздар тора һәм үҙ общиналарын булдыра[1]. Төп идеологтар тип Карп менән Никита һанала.

XIII быуатта православие руханиҙары араһында православиела закимлыҡ иткән яуыз йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе асып биргән кешеләр була. Ул замандың бәләһе булып сиркәү вазифаларының һатылыуы тора. Быны сикләү өсөн 1274 йылда Владимир соборы билдәле хаҡ түләүҙе — пошлина — индерә. Митрополит Кирилл яуызлыҡтарға ҡаршы сара күрә, әммә уны туҡтатмай. Ул барлыҡ епархияларҙа ла ул үҙе митрополияла алған кеүек 7 гривень алыу тураһында ҡарар сығара[2]. XIV быуаттың беренсе сирегендә рус компилятив трактаты «Власфимий» (грек. βλασφημία — яла яғыу) төҙөлә, уның күп өлөшө симонияны фашлауға арнала[3]. Атамаһы буйынса фекер йөрөткәндә, китапты руслашҡан грек төҙөгән. Артабан китап симонияға ҡаршы көрәштә белешмә һәм буласаҡ стригольниктар өсөн әсбаб булып китә. 1311 йылда Тверь епискобы Андрей етәкселегендә бер төркөм рус руханиҙары симонияға ҡаршы баш күтәрә һәм, алдан Константинополь патриархына ялыу яҙып, митрополит Петрға ҡаршы ғәйепләү белдерә. Патриарх Афанасий мәсьәләне хәл итергә махсус кеше ебәрә, шул маҡсаттан Переславль-Залесскийҙа йыйылыш була[4]. Мәсьәлә Петр файҙаһына хәл ителә. Был Тверь епискобы һәм уның яҡлыларҙы ҡәнәғәтләндермәй, сиркәү вазифаларын һатып алыуға юл ҡуйылмау стригольниктарға юл аса.

Стригольниктар рәсми сиркәүҙән ул заман епископтары һәм руханиҙарының үҙҙәрен пастырь булырға лайыҡлы итеп күрһәтмәүе, аҡсаға һатылыуҙары һөҙөмтәһендә айырыла. Стригольниктар тураһында тарихта иҫтәлектәр бик һаҡланмаған.

Тәүге тапҡыр улар тураһында Новгород архиепискобы Моисейҙың тормош блында иҫкә алына, ул 1359 йылға тиклем епархия менән идара итә, был ваҡытта стригольниктарға һәм мәжүсилеккә ҡаршы көрәшә[5][6][7]. 1375—1376 йылдар йылъяҙмаһында Новгородта «христиан динен боҙоусы» өсәүҙе язалау тураһында хәбәр ителә: Никита диакон, Карп — бер йылъяҙма буйынса диакон, икенсеһе буйынса — «простец» (ябай) кеше һәм өсөнсөһө — билдәһеҙ кешеләр-«простец»[8]. Карп стригольник, йәғни сәс алыусы була, хәрәкәттең атамаһы уның һөнәренән килеп сыға. Һуңғы осор шаһиты Иосиф Волоцкий, стригольниктар беренсе тапҡыр Псковта барлыҡҡа килә, тип яҙа.

Епископ Стефан Пермский, стригольниктар мөхитендә епископтар ҙа, дин әһелдәре лә юҡ һәм улар белем биреү хоҡуғына эйә түгел, тип белдерә.

1429 йылдан һуң стригольниктар йылъяҙмаларҙа ла, сиркәү документтарында ла телгә алынмай. Улар тураһында Иосиф Волоцкий ғына «Просветитель» китабында телгә ала.

Стригольниктар тураһында һөйләүсе барлыҡ тәүсығанаҡтар уларҙы яманлай. Авторҙар, православие диндарҙары, стригольниктарға кире ҡарашта була, был объектив фекер биреүҙе ауырлаштыра.

Стригольниктар гөнаһлы руханиҙарҙы еретик тип иғлан итеп, уларҙы айырырға ҡарар итә. Улар өсөн ярлы иерей идеал булып тора. Стефан Пермский һүҙҙәре буйынса, стригольниктар сиркәүҙә тәүбәгә килеү урынына ергә табыынуҙы хуп күрә. Уның белдереүенсә, симония бар ерҙә ла күҙателмәй, әммә уның тураһында стригольниктар даими һөйләп торғас, ул киң таралыу алған була. Стригольниктар ғибәҙәтханаға йөрөүҙе инҡар итә, үҙҙәре айырым йыйылышы йыя, боҙоҡ иерейҙарҙан йыназа уҡытыуҙан баш тарта, әммә православие изгеләндермәй тороп евхаристия ҡылыуға батырсылыҡ итмәй. Фотий мөрәжәғәтнамәһе буйынса фекер йөрөткәндә, руханиҙар араһында йә стригольниктар, йә уларҙың ҡарашын хуплаусылар була. Уларҙың ҡарашы попһыҙ старообрядсылар ҡарашын хәтерләтә[9].

Альтернатив ҡараштар һәм фараздар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүселәр араһында альтернатив ҡараштар бар: стригольниктар хәрәкәте дәүләттә һәм сиркәүҙә буарған үҙгәрештәргә православие руханиҙарының түбән ҡатламы һәм ябай халыҡтың яуабы була. «Русское богоискательство» китабы авторы, СПбХУ профессоры Марина Каретникова[10], Русь Алтын Урҙанан бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Киев Русе осорондағы китап һәм евангелия православиеһына ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнгән Мәскәү Русе православиеһы килгән, тип иҫәпләй. Стригольниктар (түбән православие руханиҙары етәкселегендә) тәүхристианлыҡ ябайлығына ҡайтырға саҡыра. Шулай итеп, был хәрәкәт, рухы яғынан, ике быуат самаһы һуңыраҡ башланған Европа Реформацияһына яҡын.

  1. На языке православного канонического права — самочинные сборища (παρασυναγωγή)
  2. ОПРЕДЕЛЕНИЯ ВЛАДИМИРСКОГО СОБОРА 1274 ГОДА
  3. Алексеев А. И. «Власфимия» // Православная энциклопедия. Том IX. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2005. — С. 116—117. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 5-89572-015-3
  4. Карташёв А. В. Очерки по истории Русской Церкви. Т. 1. Московский период. Предтечи стригольников.
  5. Святитель Моисей, архиепископ Новгородский († 1362)
  6. Житие Новгородского архиепископа Моисея
  7. Карташев А. В. Очерки по истории Русской Церкви. Том 1. Московский период
  8. Голубинский Е. Е. История русской церкви. Том 2: От нашествия монголов до митрополита Макария включительно. Период второй, Московский. Университетская типография, 1900. С. 396
  9. Голубинский Е. Е. История русской церкви. Том 2: От нашествия монголов до митрополита Макария включительно. Период второй, Московский. Университетская типография, 1900. С. 398
  10. Каретникова М. С. Русское богоискательство. Национальные корни евангельско-баптистского движения