Эстәлеккә күсергә

Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Стәрлебаш (ҡояш станцияһы) битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы — Рәсәй электроэнергетика объекты. Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районының үҙәге Стәрлебаш ауылында урынлашҡан. 2020 йылда асылған[1].

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Стәрлебаш» ҡояш электр станцияһы Стәрлебаш ауылының көньяғында, Стәрлебаш — Хәлекәй трассаһы буйында урынлашҡан.

2014 йылдың мартынан был эшкә Рәсәйҙә ҡояш энергетикаһын үҫтереү өсөн төҙөлгән «Солар Системс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡушылды. «Солар Системс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағымдағы йылдан Стәрлебаш районында ҡояш электр станцияһын (СЭС) төҙөй башлай. Бының өсөн Стәрлебаш подстанцияһы артында урынлашҡан ер участкаһы һайлап алынды.

Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы ҡеүәте 25 МВт. Был станция тирә-яҡ райондарҙы, хатта Стәрлетамаҡ ҡалаһын да электр менән тәьмин итә аласаҡ. Проект буйынса инвестиция күләме 3,4 млрд. һум тәшкил итә.

Стәрлебаш ҡояш электр станцияһы ҡояш нурҙары энергияһын 1365 махсус терәк конструкцияларҙа ҡоролған монокремний фотоэлектр модулдәр ярҙамында электр тогына әйләндерә. Ҡояш электр станцияһын 27 октябрҙә Өфөлә ХХ Рәсәй энергетика форумы һәм ХХVI «Урал энергетикаһы» махсуслашҡан күргәҙмәһе сиктәрендә тантаналы рәүештә телекүпер форматында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин асты. Электр станцияны эксплуатациялау өсөн эш урындары булдырылған. Дөйөм алғанда бында районда йәшәүселәр эшләй.