Субстантивлашыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Субстантивлашыу
Ҡапма-ҡаршыһы десубстантивация[d]
ISOCAT коды 2854

Субстантивлашыу (лат. substantivum — исем), — һүҙ төркөмдәренең (сифат, ҡылым, рәүеш, һан), предметты атау һәләте алып, исем һүҙ төркөмөнә күсеүе[1], (йәғни «кем?» йәки «нимә?» һорауына яуап биреүе). Субстантивлашыу — транспозицияның айырым бер осрағы[2], морфологик булмаған һүҙъяһалыштың морфологик-синтаксик ярҙамсы ысулына ҡарай.

Субстантивлашыуға дусар була алған һүҙ төркөмдәренә миҫалдар:

  • сифат: «оҫтаны саҡырҙылар»
  • рәүеш: «аҙ күпкә буйһонор»
  • һан: «икенселәр класҡа инде», «берәүҙән икәү яҡшы»,
  • сифат ҡылым: «ҡайтыусылар ҙа, ҡаршылаусылар ҙа таралышып бөттө»
  • исем ҡылым: ишетеүҙән күреү яҡшы.


Cубстантивлашыу төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Субстантивлашыу тулы һәм өлөшләтә була.

Тулы субстантивлашыу бер һүҙ төркөмөнә ҡарарған һүҙҙең икенсе һүҙ төркөмөнә тулыһынса күсеүенән тора.

Өлөшләтә (тулы булмаған<[1]) субстантивлашыуға һүҙ ике һүҙ төркөмөнә лә ҡарай (хәрби табип һәм хәрби, балаһыҙ ғаиләләр һәм балаһыҙҙар, һалҡын ҡыш һәм һалҡындар башланды).

Окказиональ субстантивлашыу ваҡытында һүҙ контекста ғына икенсе һүҙ төркөмө билдәләрен ала. Мәҫәлән, һайланған һаҙға батҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Classes.ru / Розенталь Д.Э. "Словарь лингвистических терминов" - субстантивация. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 апрель 2013. 29 март 2013 тикшерелгән.
  2. Транспозиция. Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 апрель 2013. 29 март 2013 тикшерелгән.