Судья Анна-Мария Весоловска

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Судья Анна-Мария Весоловска
Жанр Судебное шоу[d]
Ведущий теле- или радиопередачи Анна Весоловска[d]
Первоначальный вещатель TVN[d]
Ил Flag of Poland.svg Польша
Эпизодтар һаны 634

Судья́ Анна-Мария Весоло́вска (пол. Sędzia Anna Maria Wesołowska) — Польшала сыҡҡан, өлөшләтә реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән сериал. Жанры — суд шоуы (court show). 2006 йылдың 6 март (буранай) көнөнән 2011 йылдың 19 декабрь (аҡъюлай) көнөнәсә TVN телеканалында күрһәтелгән.

Сериал Constantin Entertainment рөхсәтнамәһенә ярашлы, Судья Александр Хольд тигән немец сериалы (нем. Richter Alexander Hold) нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Режиссёры — Мацей Сьвежавски. Сенкоцин ҡалаһындағы студияла эшләнгән булған.

Сериал сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сериалдағы ваҡиғалар суд залында урын ала, унда төрлө енәйәт эштәре ҡарала. Башта прокурор ғәйепләүен уҡып сыға, һуңынан шаһиттар сығыш яһай, аҙағында иһә хөкөм ҡарары иғлан ителә.

Тапшырыуҙың төп маҡсаттарының бере — тамашасыларҙы судҡа хас төрлө процедуралар менән таныштырыу. Суд процестарын Анна Весоловска — Лодзь ҡалаһындағы округ судының элекке судьяһы башҡарған.

Актёрҙар составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исеме Сериалдағы һөнәре Ысынбарлыҡтағы һөнәре
Анна Весоловска судья судья
Артур Лата прокурор адвокат
Роберт Биньчак прокурор, һуңынан адвокат прокурор
Павел Панек прокурор, һуңынан адвокат адвокат
Павел Собчак прокурор адвокат
Анджей Мэнкаль адвокат адвокат
Рафал Завальски адвокат адвокат
Магдалена Вильк адвокат адвокат
Магдалена Гжеськовяк адвокат адвокат
Барбара Лясковска адвокат адвокат һәм судья
Роберт Рынкун-Вернер адвокат адвокат
Катажына Швед-Кавка адвокат хоҡуҡи кәңәшсе
Рафал Балковски адвокат адвокат
Пётр Остафи адвокат адвокат
Ярослав Домбровски суд приставы һаҡсы
Блажеевски суд приставы һаҡсы
Павел Дудзик суд приставы геолог
Пётр Жымышкевич шаһит актёр
Томаш Белиньски шаһит актёр
Ярослав Сьвидерски машина йөрөтөүсе актёр
Йоанна Чеховска шаһиҙә/полиция хеҙмәткәре полиция хеҙмәткәре
Себастьян Вонтроба шаһит/полиция хеҙмәткәре полиция хеҙмәткәре
Мацей Дэмбош шаһит/полиция хеҙмәткәре полиция хеҙмәткәре
Кшыштоф Дзюб шаһит/шәхси детектив актёр

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғаилә суды (Sąd rodzinny) — Польшала сыҡҡан, шул уҡ жанрға ҡараған икенсе тапшырыу.

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]