Сулпан (балалар театры)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
«Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры
Элекке исеме

«Сулпан» ҡала балалар театры

Эшләй башлаған

1993

«Сулпан» Сибай башҡорт дәүләт балалар театры — балалар театры.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Театрҙың тарихы халыҡ театрынан башланып китә. Аҙаҡ ҙур булмаған ижади коллектив «Легендалар һәм риүәйәттәр студияһы» булараҡ йәшәй. Студияға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәниф Сафин етәкселек итә.

Уның әүҙем ярҙамында «Таһир менән Зөһрә», «Өҙөлгән туй», «Гөлбәҙәр» кеүек билдәле спектаклдәр ҙур уңыш менән ҡуйыла. Театрға режиссер Әлмира Ҡыуатова килеү менән репертуар тағы ла нығыраҡ байый, гастролдәр географияһы киңәйә.

Талантлы режиссер эргәһендә театрҙың тәүге актерҙары ла профессиональ яҡтан үҫеште: йырсы һәм үҙ йырҙарын башҡарыусы Мәхмүт Бикҡолов, актёрҙар Альбина Таһирова, Фирғәт Ғатауллин, Арыҫлан Ғафаров, Фиүзә Сафина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәлләм Мусин.

1993 йылда ҡала Советы Президиумы ҡарары менән студия «Сулпан» Сибай ҡала балалар театрына әйләнә, уға «Огонёк» кинотеатры бинаһы бирелә.

Дәүләт театры статусын 1996 йылда ала.

1999 йылда театр Ф. Ә. Сөләймәнов етәкселеге аҫтында эшләй башлай. Ул актерҙарҙың профессиональ үҫешенә ҙур иғтибар бирә, бинаны яңыртыуға ирешә, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында махсус курс әҙерләнә.

Тәүге тапҡыр республика театр коллективтары фестивалендә ҡатнашып, «Сулпан» «Сал Урал — мөғжизәләр иле» спектакле менән тамашасыларҙың ғына түгел, жюриҙың да иғтибарын яулай, йәш ижади коллективҡа бер һүҙһеҙ юғары баһа бирелә.

2001 йылда театр коллективы «Ҡолонсаҡ» балалар театрҙары фестивалендә ҡатнашып, өс номинацияла еңә. Тамашасылар алдына И. Әлмөхәмәтовтың «Йөрәк сере» пьесаһын йәш режиссер Борис Мәхмүтов һынландыра.

Театрҙа Рәсимә Ураҡсинаның «Йоморо, йоморо йомғағым», «Ун ике бүре балаһы» пьесалары буйынса спектаклдәр ҙур аншлаг менән барҙы. Тәүге спектаклдәргә музыканы Хисмәт Дәүләтов, Әлфиә Зиннурова яҙҙы, ә бейеүҙәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин ҡуйҙы.

  • 2004 йылдан театрҙы В. Б. Йосопов етәкләй. Бынан ары спектаклдәр башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡуйыла башлай.
  • 2006 йылда М. Ғимрановтың «Тылсымлы ҡурай» пьесаһын режиссёр Вәкил Йосопов ҡуя.
  • З. Фәйзуллинаның «Уңышлы Айсыуаҡ» пьесаһы (режиссеры М. Күлбаев) менән «Театр яҙы — 2008» фестивалендә ҡатнашып, яҡшы баһаларға эйә булалар.
  • 2008—2010 йылдарҙа театр менән Фәтих Салауат улы Хөснөтдинов етәкселек итә. Театрҙың матди базаһын яңыртыуға күп көс һала.
  • 2010 йылдың февраленән Г. А. Вәлитова театрҙың художество етәксеһе була.

«Сулпан» балалар театрында ысын сәхнә оҫталары — Альбина Вәлиева, Гөлназ Исламғолова, Фәһим Сөнәғәтов; талантлы актерҙар — Земфира Алтыншина, Зинфира Юлмөхәмәтова, Рәмзиә Сөнәғәтова, Зәлиә Ҡашҡарова, Светлана Ҡарабаева, Юлай Әлмөхәмәтов, Данис Искәнйәров, Юлдаш Юлдыбаев, Айгөл Оморҙаҡова, Илгизә Байназарова, шулай уҡ халыҡ йырҙарын башҡарыусы Илфат Мерәҫов һәм халыҡ инструменттарында оҫта уйнаған Баязит Ғәйнуллин хеҙмәт итә.

Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 20 июнендә сыҡҡан ҡарары менән республика дәүләт учреждениелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен яҡшыртыу маҡсатында театр Сибай концерт-театр берекмәһенә ҡушыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]