Супинатор (олтораҡ)
Уҡыу көйләүҙәре
Супинатор |
Супинатор (лат. supino — ауҙарам) — аяҡ кейемендәге табандың "бил"ен күтәреүсе эске деталь[1].Табанға көс әҙерәк төшһөн өсөн олтораҡҡа йәки олтораҡ менән ярымолтораҡ араһына беркетелә.
Яҫы табанлылыҡ, табан һәм аяҡ йәрәхәтләнгәндән һуң һ.б.ортопедик супинаторҙар ҡулланыла. Тире, металл, пластмасса ҡулланып эшләнә, шулай уҡ формалап, ҡойоу ысулы менән эшләнгән булыуы мөмкин; ябай йәки ортопедик аяҡ кейеменә һалына[2]. Супинаторҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙың үксәле һәм бейек үксәле аяҡ кейемендә булырға тейеш.
Халыҡ ижадында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әйтемдәр
- Күктән кейеҙ яуһа ла, ҡолға олтораҡ теймәҫ.
Йырҙарҙа
- Аяғына кейгән итегенең, тимен, ике ҡатлы икән олтаны (Башҡорт халыҡ йырынан).
Фразеологик берәмектәрҙә
- Олтораҡ булыу — хеҙмәтсе, ҡол булыу.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОБУВЬ — Большая медицинская энциклопедия . бмэ.орг. Дата обращения: 17 июль 2019.
- ↑ Гл. ред. А.М. Прохоров. Большая советская энциклопедия. — 3. — М.: Советская энциклопедия, 1976. — Т. 25. — С. 84. — 600 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Супинаторы // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства. — М.: Государственное научное издательство «Большая советская энциклопедия», 1959.
- Супинаторы // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1960. — Т. VIII. — Стб. 523—525.