Суртанды (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Суртанды  — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында урынлашҡан күлдәрҙең береһе. Әбйәлил ауылынан 6 км төньяҡҡа ҡарай Йәлембәт менән Һамар ауылдары эргәһендә. Йәнгел менән Ҡаран йылғалары бассейнына ҡарай.

Географик координаталары: 53°31’32"N 58°42’28"E.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Максималь оҙонлоғо 4,6 км Киңлеге уртаса алғанда 1,6 км Уртаса тәрәнлек: 2,8 м Иң тәрән урыны: 4 м Һыу йыйыу майҙаны: 57,8 кm² Күлдең өҫкө йөҙө: 7,4 кm² тирәһе Һыу күләме 90, 7 млн m³ Майҙаны: 7,2 кm²

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл 716 гектар тирәһе майҙан биләй. Йомоҡ (ябыҡ) һыу ятҡылығы булып тора. Тектоник юл менән барлыҡҡа килгән.

Күлдең кимәле ҡырҡа үҙгәреп тороусан. Төбө оҙонсай соҡорҙан ғибәрәт. Соҡорҙо бүлеп торған тар ғына муйын менән Кесе Суртанды тигән өлөшө айырылып тора.

Һыу ташҡан мәлдә муйын һыу аҫтында ҡалып, күл бер бөтөнгә әүерелә.

Ярҙарының күп өлөшө һөҙәк, урыны менән бер аҙ ташлы.

Төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш ярҙары текә һәм ташлы. Ҡара тупраҡлы, бейек булмаған үләнле туғайҙары һыу ситенә килеп терәлеп тора.

Һыуының составы тоҙлораҡ. Гидрокарбонатлы, магний, натрийлы, минералләшеүе сода тибында. Биоген элементтарға бай эвтроф күл булып тора.

Күлде тулыландырып тороусы сығанаҡ ҡатнаш. Әммә төп сығанаҡ булып яуым-төшөм тора.

Күл эргәһе ныҡ һаҙыматлы. Һыу-һүл ваҡытында яр ситтәрен ҡамыш, күрән, екән баҫып китә. Янына яҡын килеүе ҡыйынлаша. Быларҙан тыш һыу ебәгенең (рдест) бер нисә төрө, һыу боросо (горец прикрепленный) осрай.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күл балыҡҡа бик бай. Шуның өсөн дә балыҡсылар бик теләп, күпләп килә торған урын.

Шулай уҡ был урын илдең барлыҡ археологтарын да йәлеп итеп тора. Сөнки Суртанды күле янында таш быуат кешеләре йәшәгән тораҡ урын ҡалдыҡтары табылған.

Күл, уның эргәһендәге һоҡланғыс тәбиғәт туристарҙы элек-электән ҡыҙыҡтырып, үҙенә тартып тороусы төп сәбәптәрҙең береһе.

Күлдә ҡыҫалаларҙың булыуы уның һыуынын таҙалығына төп дәлил.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://komanda-k.ru/%D0%A0%D0%BE%D1%81%D1%81%D0%B8%D1%8F/%D0%BE%D0%B7%D0%B5%D1%80%D0%B0-%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D0%B8%D0%B8
  2. http://wikimapia.org/2025746/ru/%D0%9E%D0%B7%D0%B5%D1%80%D0%BE-%D0%A1%D1%83%D1%80%D1%82%D0%B0%D0%BD%D0%B4%D1%8B-%D0%A9%D1%83%D1%87%D1%8C%D0%B5
  3. http://reki-ozera.ru/rybalka_v_bashkirii/ozera/109873-surtandy-(schuche).html
  4. http://ozera.info/russia/po/bashkortostan/surtandy
  5. http://www.bashturist.ru/maps/sity/details.php?image_id=137
  6. http://www.ufainfo.ru/travel/poi/113