Эстәлеккә күсергә

Сыбаркүл (күл, Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сыбаркүл (Әбйәлил районы) битенән йүнәлтелде)
Озеро
Сыбаркүл
Морфометрия
Үлсәме5,1 × 1,9 км
Майҙаны10 км²
Иң тәрән урыны3,5 м
Уртаса тәрәнләк2 м
Урынлашыуы
53°22′40″ с. ш. 58°39′36″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000575
Регистрационный номер в ГКГН: 0525841
Рәсәй
Точка
Сыбаркүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Сыбаркүл


Сыбаркүл — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы биләмәһендә урынлашҡан күл. Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Йәнгел йылғаһының ҡушылдығы булған Моғаҡ йылғаһының тамағындағы күл. Тау буйы дала зонаһының ҡалҡыулыҡтар араһындағы түбән урынында урынлашҡан.

Күл өҫтә майҙаны − 10 км²; оҙонлоғо 5,1 км; уртаса киңлеге 1,9 км; уртаса тәрәнлеге 2,0 м. Иң тәрән урыны — 3,5 м.

Һыу күләме 20,4 млн м³; һыу йыйыу майҙаны 369,0 км².

Тектоник сығышлы күл. Эзбизташ, балсыҡлы һәүерташ, комташ(урта, өҫкө девон) һәм арғиллит, алевролит, ҡомташ, эзбизташ(аҫҡы карбон) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән.

Соҡоро табаҡ һымаҡ. Төбө ләмле. Ярҙары һөҙәк, һаҙланған. Туйыныуы ҡатнаш. Мезотроф күл.

Күлдә упҡынлы, һаҙымат урындары бар. Күсмә ҡомдарҙан «йөҙөп йөрөгән утрауҙар» күҙәтелә.

Көнсығыш яғында дамба төҙөлгән. Көньяғында Сыбаркүл һаҙлығы урынлашҡан.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш өлөшө һоро урман тупрагындағы ҡайын урмандарынан һәм ҡара болон тупрағындаҙы араһындағы болонло далаларҙан тора. Көнсығыш өлөшөндә ябай ҡара тупраҡтағы ҡылғанлы-төрлө үләнле далалар Һәм һөрөнтө ерҙәр китә. Яр буйҙарын екән, күрән, ҡамыш, мамыҡбаш күрән, һыу үләне ҡаплаған.

Алабуға, ҡарабалыҡ, ҡарағанат, ҡорбан, ҡыҙылғанат, суртан, һоро өйрәк, сытырҙаҡ сөрәгәй йәшәй. Күсәр ҡоштарҙан ала ҡаҙ, көйөлдө, ышылдаҡ аҡҡош туҡтала.