Ваҡ сысҡандар
Ваҡ сысҡандар | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Урман ваҡ сысҡаны (Sicista betulina) | ||||||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Sicista Gray, 1827 | ||||||||||||||||
|
Ваҡ сысҡандар (лат. Sicista) — кимереүселәр отрядының ялман сысҡан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған заты.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,7 см, ауырлығы 25 г тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, төҫө ерәнһыу-көрәндән алып ҡуңырһыу-һороға тиклем, арҡаһы буйлап буй ҡара һыҙат үтә. Башы осло моронло, күҙе бәләкәй, ҡолағы овал, ҡара‑көрән йәки ҡара‑ҡуңыр, ситтәренән һарғылт ҡаймалы. Артҡы аяғы алғыһынан 2 тапҡырға тиерлек оҙонораҡ. Ҡойроғо 8,5—10 см, эләктереүсән, ҡыҫҡа ҡаты төк м-н ҡапланған.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Енси яҡтан 1 йылда өлгөрә. Ғәҙәттә, йылына 1 тапҡыр 4—6 бала тыуҙыра. 2—3 йыл йәшәй. Эңерҙә, төндә, көҙ аҙағында шулай уҡ көндөҙ ҙә әүҙем. Ҡышын йоҡоға тала.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөжәк һәм уның балағорттары, үрмәксе һымаҡтар һ.б. ваҡ умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектең сәскәһе, емеше һәм орлоғо м-н туҡлана.
Таралыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман ваҡ сысҡаны ағас тамыры араһындағы бушлыҡта, ағас ҡыуышында, серегән ағас төбөндә йәшәй, ҡайһы берҙә тупраҡта ҡыҫҡа өңдәр ҡаҙый; дала зонаһынан башҡа республиканың бөтә биләмәһендә һыубаҫар әрәмәлегендә, урман һыҙатында осрай; дала ваҡ сысҡаны — ваҡ кимереүселәрҙең ташландыҡ өңдәрендә, Башҡортостандың Урал аръяғы далаларында һәм болондарында тереклек итә. 14 төрө билдәле. Башҡортостанда урман ваҡ сысҡан һәм дала ваҡ сысҡаны тереклек итә.
Кеше өсөн зарары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ваҡ сысҡан инфекцион ауырыуҙарҙы (талпан энцефалиты, туляремия һ. б.) таратыусы.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваҡ сысҡандар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.