Сүп-сар банкы
Сүп-сар банкы (индон. Bank sampah)[1] — Индонезияла барлыҡҡа килгән сүп-сарҙы, тәү сиратта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын. йыйыу һәм бүлеү бизнес-моделе[2][3][4][5].
Бизнес-модель
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Керем» рәүешендә сүп-сар банкттары төрҙәргә бүленгән ҡадыҡтарҙы ҡабул итәләр. Сүп-сар килтергәндәргә счёттар асыла, унда тапшырылған сүп-сарҙың ауырлығы һәм төрө яҙыла[3][2][4].
Бүленгән сүп-сарҙың күмәртәле партиялары эшкәртеүселәргә тапшырыла йәки башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләргә (мәҫәлән, коллекционерҙарға, хәҙерге заман рәссамдарына һ. б.) һатыла[6][3]. Сүп-сарҙың хаҡы ғәҙәттә һәр көн һайын ихтыяж кимәленә ҡарап алышына[6].
Һатҡандан һуң «вкладчиктар» счёттарына уларҙың "керем"енең төрөнә, ауырлығына һәм тапшырылған сүп-сарҙың ағымдағы сауҙа хаҡына эквивалентлы булған аҡса күсерелә[6][3][4]. Шул уҡ ваҡытта яҡынса 85 % клиентҡа һәм 15 % — «банк»ҡа эләгә.
«Вкладчиктар»ға аҡсаларҙы алыу мөмкинлеге һатҡандан һуң күпмелер ваҡыт, мәҫәлән өс ай, уҙғас барлыҡҡа килә, был бизнес операторының хәүефлелеген кәметә[2][3].
Банктың клиенттары булып индивидуаль шәхестәр ҙә, шулай уҡ төркөмдәр ҙә, мәҫәлән йорт хужалыҡтары, мәктәптәр һ. б. була алалар[6].
Ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү һәм һатыуҙан башҡа ҡайһы бер сүп-сар банктары туранан-тура эшкәртеү менән шөғөлләнгән бүлектәр асҡандар[3].
Бизнесты үҫтереү барашында сүп-сар банктары органик ҡалдыҡтар ҡабул итә башлайҙар һәм уларҙы компостҡа эшкәртеп ауыл хужалығы предприятиеларына һаталар[4].
Эшмәкәрлек күрһәткестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Bank Sampah Gemah Ripah тәүге сүп-сар банкы 2012 йылда айына 500—700 кг сүп-сар ҡабул итә[2].
Сүп-сар банктарының береһе — Bank Sampah Cahaya Partha Jaya 2012 йылда хәбәр итеүенсә, банк айына яҡынса 15 миллион рупий (1 590 АҠШ доллары) суммаһына 5 тонна төрлө сүп-сар ҡабул итә[6].
Баликпапан ҡалаһындағы сүп-сар банкы 2013 йылда айына 2—3 тонна ҡалдыҡтар йыйыуы хаҡында мәғлүмәт бирә[4]. Тағы ла уның мәғлүммәтәре буйынса урта хәлле ғаиләләргә ошо банк ярҙамында айына яҡынса 50 000 рупий (йәғни 5 АҠШ доллары) экономия итә алалар.
2012 йылға ҡарата сүп-сар банктары үҙ төбәктәрендә 30%-тан алып 40 %-ҡа тиклем пластик ҡалдыҡтары сауҙаһын контролдә тотҡандар[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сүп-сар банкы концепцияһын 2008 йылда Бамбанг Суэрда (индон. Bambang Suwerda) уйлап сығара һәм Ява утрауындағы (Индонезия) Джокьякарта ҡалаһында Bank Sampah Gemah Ripah/Bank Sampah Bantul тәүге сүп-сар банкына нигеҙ һала[6][2]. Бамбанг Суэрдаға туған төбәктәге санитария мәсьәләләре сүп-сарҙы йыйыу һәм эшкәртеү буйынса предприятие ойоштороуына этәргес көс булып торған[3].
Артабан был идея бик тиҙ таралыу ала, бөтә Индонезия буйлап айырым сүп-сар банктары барлыҡҡа килә башлайҙар[4][6][3].
2010-сы йылдар башында Бамбанг Суэрда Таиландта сүп-сар банкы концепцияһын индереү тәҡдимен ала[6].
2012 йылдың июнь аҙағына ҡарата Индонезила 31 миллиард рупий суммалы дөйөм әйләнеш менән 782 сүп-сар банкы иҫәпләнгән[2].
2012 йылда бамбанг Суэрда үҙенең сүп-сар йыйыуҙың инновацион йүнәлеше өсөн Ашока фонды менән билдәләнә[3].
Индонезия властары сүп-сар банкы моделенә юғары баһа биреп, уны пропагандалауға, индереүгә һәм ярҙам итеүгә булышлыҡ итәләр[3][2][7].
Ҡала хакимиәттәре бүленгән сүп-сар өсөн өҫтәмә контейнерҙар урынлаштыра, һәм тағы ла һәр бер сүп-сар банкына йыл һайын ярҙам күрһәтә башлайҙар[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Также «банк отходов». В английском языке чаще waste bank, также trash bank и garbage bank.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Sri Lestari. Bank Sampah, ubah sampah jadi uang (индон.). BBC (11 июль 2012). Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 BAMBANG SUWERDA (ингл.). Ашока (фонд) (2012). Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Randy Salim. Waste Not, Want Not : “Waste Banks” in Indonesia (ингл.) (2013-19-12). Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ Mengenal Apa Itu Bank Sampah (индон.). Unilever. Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Ni Komang Erviani. Community solves its own trash problem (ингл.). The Jakarta Post (19 июль 2012). Дата обращения: 14 май 2015.
- ↑ http://www.menlh.go.id/from-trash-to-cash-dari-sampah-jadi-rupiah/ (индон.). Kementerian Lingkungan Hidup (14 апрель 2012). Дата обращения: 14 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bank Sampah Gemah Ripah/Bank Sampah Bantul: banksampahbantul.com