Сүрәктәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сүрәктәр
Рәсем
Ил Flag of Turkey.svg Төркиә
Flag of Armenia.svg Әрмәнстан
Flag of Greece.svg Греция

Сүрәктәр (рус. Цуреки, грек. Τσουρέκι), шулай уҡ Корек, Козунак, Панарет — Балҡан һәм Кавказ илдәрендәге татлы икмәк.

Грек аш-һыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грецияла цуректар — ҡәҙимге пасха икмәге, урыҫ халҡының кулич (паска) тип аталған ризығының аналогы, украиндар уны лежень тип атай (ук.).

Әсетелгән ҡамырҙан әҙерләнә. Апараһына аҡ май, һөт, шәкәр, цукат, йөҙөм өҫтәйҙәр. Ҡамырҙы баҫҡас, оҙонса таҫмаларға бүлеп, сәс кеүек үрәләр. Өҫтөнә кунжут йәки мәк һибәләр. Ҡалайға үреп һалып, уртаһына ҡып-ҡыҙыл итеп буялған пасха йомортҡалары һалып бешерәләр[1] Һирәгерәк түңәрәк йәки тәре рәүешендә әҙрләйҙәр.Пасха цуректары шулай уҡ лабропсомо йәки лаброкулурас тип атала.

Түңәрәк итеп бешерелгән пасха цурегы

Цуректың төрлө варианттары бар: раштыуа икмәге христопсомо (грек. Χριστόψωμο) һәм яңы йыл икәмге — василопита (грек. Βασιλόπιτα).

Башҡа халыҡтарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡамырҙан бешерелгән был ашамлыҡ Кавказда, Урта Азияла - "чурек", "чүрәк", шулай уҡ башҡорт халҡында ла "сүрәк" атамалары менән билдәле. Улар төрлө халыҡта бешереү технологияһы, тышҡы күренеше менән айырыла, әммә тап ҡамырҙан икмәк төрө итеп бешерелеүе һәм оҡшаш аталыуы уларҙы берләштерә [2]. Башҡорт халҡында ул тандыр утта бешкән йоҡа икмәк тип аңлатыла [3].

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Греческий пасхальный хлеб.
  2. Чурек
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 249-сы бит/ Сүрәк