Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы
Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
28 апрель 1865 йыл — 2 ғинуар 1885 йыл | ||||||
Алда килеүсе: | Ғәбделвәхит Сөләймәнов | |||||
Һуңынан килеүсе: | Мөхәмәтйәр Солта́нов | |||||
Тыуыуы: | 1805 Рәсәй империяһы, Килем ауылы | |||||
Вафаты: | 2 ғинуар 1885 Рәсәй империяһы, Өфө ҡалаһы | |||||
Наградалары: |
|
Тәвкилев Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы (1805 — 2 ғинуар 1885) — Ҡасим нәҫеленән Тәвкилевтар мырҙаһы, мөфтөй (1865—1885).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы Тәвкилев үҙенең карьераһын хәрби хеҙмәттә башлай. 1826—1833 йылдарҙа Павлоград гусар полкы штаб-ротмистры , 1828—1829 йылдарҙа Урыҫ — төрөк һуғышында, 1830—1831 йылдарҙа поляк ихтилалын баҫтырырыуҙа ҡатнаша. Николай I штаб-ротмистрҙы «Virtuti militari» поляк ордены менән бүләкләй.
Армиянан ҡайтҡас, алпауыт хужалығы менән шөғөлләнә, уның Ырымбур губернаһында 3 мең десятинанан артыҡ ере була. 1848—1851 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Бөгөлмә өйәҙе дворяндары башлығы була. 1852 йылда Мәккәгә хаж ҡыла.
1865 йылдың 28 апрелендә Александр II указына ярашлы мөфтөй посына һәм Ырымбур мосолман диниә йыйылышы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Тырыш хеҙмәте өсөн 1-се дәрәжә Изге Станислав , 1-се дәрәжә Изге Анна, 1-се дәрәжә Изге Владимир ордендары менән наградлана.
Бер нисә губерна попечителлек комитеттары ағзаһы һәм директоры була. Мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Уның аҡсаһына Ырымбур өйәҙенең Ураҡбаш ауылында йәшәүселәре 1862—1870 йылдарҙа яңы мәсет төҙәләр. Сәлимгәрәй Тәвкелевтың нәҫеле булмай, шуға күрә ул үҙенең мөлкәтен туғандарына тарата һәм бик күп аҡсаһын мәсет һәм мәктәптәр төҙөүгә мираҫ итеп ҡалдыра. Ошо уҡ ваҡытта 2 мең десятина ере ваҡуф итеп Өфөлә асылған мосолман приютына һәм ҡарт-ҡоролар (ғәриптәр) йортона тапшырыла.
Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете биләмәһендә ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]7 орден, шул иҫәптән, 1-, 2-, 3-, 4-се дәрәжә Изге Анна ордены менән наградлана.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |
Алдан килеүсе: Сөләймәнов Ғәбделвәхит |
Ырымбур мөфтөйө ( Ырымбур мосолман диниә назараты рәйесе) 1865—1885 |
Һуңынан килеүсе: Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәрип улы Солтанов |
- 1805 йылда тыуғандар
- 2 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1885 йылда вафат булғандар
- I дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡалыптар:Эске һылтанмалар
- Ҡалыптар:Ҡалыптар өсөн
- Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйҙәре