Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску


Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы
Salikhov Hafiz Mirgazyamovich.jpg
 
Тыуған: 5 сентябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
СССР, РСФСР, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], Сарман районы, Әлмәт
Белеме: А.Н. Туполев исемендәге Ҡаҙан дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжәһе: физика-математика фәндәре докторы[d]

Сәлихов Хафиз Мирғазәм улы (татар. Хафиз улы Салихо Миргаҗәмбулыу; тыуған. 5 сентябрҙә 1950, СССР, РСФСР, Әлмәт, Сармановский районы, Татар АССР-ы,) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. V сағырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Татарстан Республикаһының саүҙа һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек министры (1998-2001). Татарстан Республикасы еңел атлетика федерациясе президенты (2011 йылдан башлап). Физика-математика фәндәре докторы

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлихов Хафиз 1950 йылдың 5 сентябрендә Татарстан АССР-ы Сарман районы Әлмәт ауылында тыуған. 1967 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Мәктәпте тәмамлағандан һуң Туполев исемендәге Ҡазан авиация институтының радиотехника факультетына уҡырға инә. 1974 йылда «Радиоэлектрон ҡоролмалар» һөнәре буйынса Ҡазан авиация институтын тамамлай.

1974—1989 йылдарҙа лаборатория начальнигы Ҡазан юғары хәрби-инженер училищеһында инженер булып эшләй.

1988 йылда диссертация яҡлап физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен ала.

1989 йылдан «Центр услуг» предприятиеһеның генеральный директор булып эшләй.

1994— 1998 йылдарҙа Татарстан республикаһы министрҙар кабинеты ҡарамағындағы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеш буйынса агентлығының генераль директоры.

1998 йылда Татарстан Республикаһының иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм сауҙа министры итеп һайлана .

2001 йылдан 2007 йылға тиклем Татарстан Республикаһы менән тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм сауҙа министры вазифаһын биләй.

2007 йылда Татарстан Республикаһынан «Берҙәм Рәсәй» исемлеге буйынса V сағырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Собраниеһы Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. Иҡтисади сәйәсәт һәм эшҡыуарлыҡ комитетының дәүләти-хосуси партнерлыҡты үҫтереү буйынса РФ Дәүләт Думаһы подкомитеты рәйесе булып эшләй.

2011 йылда «Баҙар иҡтисадында инфраструктура» һөнәре буйынса Джон Ф. Кеннеди исемендәге идарә мәктәбен тамамлай.

2011 йылдың 7 февралендә, еңел атлетика федерацияһы конференцияһында Хафиз Сәлихов Татарстан Республикаһының еңел атлетика федерацияһы президенты итеп һайланды..

2012 йылдан - Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Европа экономик комиссияһының дәүләти-хосуси партнерлыҡ буйынса белгестәр төркөмө рәйесе урынбаҫары..

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылдан 2011 йылға тиклем V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкаләттәрен үтәү барышында 32 закон сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проекттарына төҙәтмәләр индереүсе булып сығыш яһаны.[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дуҫлыҡ Ордены (2020)
  • «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены(2020)
  • «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2015)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» Татарстан Республикаһы миҙалы (2010)
  • «Ҡазандың1000 йыллығы» миҙалы (2005)
  • «Санкт-Петербургтың 300 йыллығы» миҙалы(2003)
  • Рәсәй Федерацияһы Ррезидентының почет грамотаһы (2011)

Китаптары һәм баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәлихов Хафиз 90 ашыу фәнни мәҡәлә авторы.

    • Салихов Х. М. Оптоэлектронные сенсоры водорода на основе диодов Шоттки на кремнии и гетероструктурах полупроводников А3В5. С.-Петербург.: изд. Политехнического Университета, 2010. — 100 с.
    • Салихов Х. М., Яковлев Ю. П., Стоянов Н.Д… Портативный оптический анализатор содержания воды в нефти на основе оптопары «Светодиодная матрица-широкополосный фотодид» среднего ИК диапазона (1.6-2.4 µm) // Журнал технической физики, — 2010 г. — № 2, т.80.— С. 99 — 104.
    • Слободчиков С. В., Салихов Х. М., Руссу Е. В., Малинин Ю. Г. Гашение тока светом в диодных структурах p-Si-n±ZnO-n-ZnO-Pd. // Физика и техника полупроводников,.— 2001.— № 4. т. 35.— С. 479—481.
    • Салихов Х. М., Слободчиков С. В., Малинин Ю. Г. Фотоэлектрические свойства гетероструктур Au — n — In2О3 — n(р) — InP: Сборник научн.-техн. статей ВАКИУ, г. Ка-зань, стр. 69 — 71, 1997.
    • Андрушко А. И., Салихов Х. М., Слободчиков С. В. О механизмах рекомбинации в кристаллах арсенида // Физика и техника полупроводников — 1986. -т. 20.— в. 3.— С. 402—406.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]