Эстәлеккә күсергә

Сәғитов Азамат Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Азамат Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 15 март 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (57 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Сәғитов Азамат Тәлғәт улы (15 март 1967 йыл, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры.

Өфөнөң 39-сы мәктәбендә уҡый[1]. 1989 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын механик һөнәре буйынса тамамлай[2]. Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында уҡый, идара итеүсе кадрҙар әҙерләүҙең федераль программаһы курсын үтә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


1989—1993 — стажер-уҡытыусы, Мәскәү дәүләт университетының газ һәм тулҡын динамикаһы кафедраһы аспиранты,
1993—1996 — ПКФ «Сервис-автоматика» инженеры,
1996-1998 — коммерция директоры, «Электроника донъяһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры,
1998-2000 — «Тылсымлы йәйғор» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры,
2000—2001 — Өфө ҡала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды генераль директоры,
2001—2005 — БР бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫтереү- фондының генераль директоры.
2005—2008 — Өфө ҡалаһы Киров хакимиәте башлығы;
2008—2009 — Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе;
2009—2010 — БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең эштәр идарасыһы.
2011—2014 — БР Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары — муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет рәйесе.

Атаһы — Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (республика «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры).

Әсәһе — Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (Башҡоростан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире).

Ағаһы — Салауат (БДПУ ректоры).

Әсәһе яғынан олатаһы — Әхмәтзәки Вәлидиҙең ике туған ҡустыһы[3]

Атаһы яғынан олатаһы Сәғидуллин Ниғмәт 1942 йылдың 28 ноябрендә Великолукский районының Великие Луки ҡалаһы янында һуғышта һәләк була[1][4].