Эстәлеккә күсергә

Сөмбөрлөташ (майҙан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Константин колоннаһы

Сөмбөрлөташ майҙаны (рус. Чемберлиташ, төр. Çemberlitaş Meydanı) — Истанбулдың иҫке өлөшөндәге майҙан. Фәтих районы Сөмбөрлөташ биҫтәһе. Был майҙанда Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ), Нуруғосмания мәсете, Гранд-Баҙарҙың үҙәк ҡапҡалары урынлашҡан.

Константин колоннаһы (Сөмбөрлөташ)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөмбөрлөташ майҙаны боронғо император Константин форумы урынын биләй, уның бөтә ҡоролмаларынан 330-сы йылдар тирәһе төҙөлгән Константин колоннаһы ғына өлөшләтә һаҡланып ҡалған[1]. Башта колоннаның бейеклеге 35 метр була һәм император һыны өсөн постамент булып хеҙмәт иткән, ләкин 1106 йылдағы дауыл ваҡытында статуя емерелә.

Колоннаның хәҙерге атамаһы — Сөмбөрлөташ, ул «уратып алынған колонна» йәки «яндырылған колонна» тигәнде аңлата. Был атамалар колоннаны тарттырыусы тимер ҡулсалар һәм ул зыян күргән даими янғындар менән бәйле.