Константин обелискыһы
Константин обелискыһы | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Истанбул |
Константин обелискыһы Викимилектә |
Константин обелискыһы (төр. Örme DikilitaşÖrme Dikilitaş) — 32 метрлыҡ византия обелискы, X быуатта уны император Константин Багрянородный реставрациялағанда уҡ Константинополь ипподромында (хәҙер — Әхмәҙиә майҙаны) торған. Ул ваҡытта обелиск Василий Македоняниндың хәрби еңеүҙәрен сағылдырған һүрәттәр төшөрөлгән һәм алтын ялатылған бронза плитәләр менән көпләнгән һәм иң башына шар ҡуйылған була. Хәҙер колоннаның бейеклеге — 21 метр.
Константинополде тәре походында ҡатнашыусылар талағанда (1204 йыл) юғарыла һүрәтләнгән матурлыҡ юҡҡа сығарыла (күрәһең, бронза плитәләр иретелгәндәрҙер). Солтан хакимлыҡ иткән осорҙа обелиск бик ныҡ зыян күрә, сөнки йәш янычарҙар, үҙҙәренең таһыллығын һәм бер нимәнән дә ҡурҡмаҙарын күрһәтеү өсөн ҡолғаның осона тиклем үрмәләр булған.
1953-1976 йылдарҙа Константин облелискыһы һүрәте 500 лир номиналлы төрөк аҡсаларының тиҫкәре яғына төшөрөлгән була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Alexander Kazhdan (éd.), The Oxford Dictionary of Byzantium, 3 vols., Oxford University Press, 1991 ISBN 0-19-504652-8, s. v. Obelisk of Theodosius, vol. 3,
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Обелиск Константина темаһы буйынса медиафайлдар бар.