С. М. Буденныйҙың йорт-музейы
«С. М. Будённыйҙың йорт-музейы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1939 |
Урынлашыуы | Рәсәй, Ростов өлкәһе, Будённый станицаһы |
Күрергә килеүселәр | 2000 |
Директор | Ершова Валентина Петровна |
С. М. Буденныйҙың йорт-музейы — Ростов өлкәһенең Пролетар районы Будённый станицаһындағы музей, Граждандар һуғышы геройы, маршал, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Семён Михайлович Будённыйға арналған.
Музей тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей 1939 йылдың 10 ғинуарында төҙөлгән. Унда «Был йортта 1909 йылдан башлап Граждандар һуғышы халыҡ геройы, Беренсе Атлы Армияны ойоштороусыларҙың береһе, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Советтар Союзы Маршалы Семён Михайлович Будённый йәшәне» тигән яҙыулы мемориаль таҡта ҡуйылған. Музей ер өйҙән ғибәрәт, 1971 йылда уны емерелеүҙән һаҡлау өсөн ҙур быяла павильон менән ҡаплайҙар[1]. Унда С. М. Буденныйҙың атаһы Михаил Иванович эшләгән Буденныйҙар ғаиләһенең бөтә көндәлек тормош кәрәк-ярағы урынлашҡан. Быяла павильонда Беренсе Атлы армияның төҙөлөү тарихы буйынса экспозиция ҡуйылған. Ихатала Ростов скульпторы Н. В. Аведиков эшләгән С. М. Будённыйға һәйкәл ҡуйылған.
Музейҙың экспозиция-күргәҙмә майҙаны 182,25 м² тәшкил итә. Һаҡланыусы экспонаттар һаны — 649, шул иҫәптән мебель, өй кәрәк-яраҡтары һәм һауыт-һаба[2].
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей түбәндәге адрес буйынса урынлашҡан: 347551, Ростов өлкәһе, Пролетар районы, Буденный станицаһы, Буденный тыҡрығы, 1.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дом-музей С. М. Будённого на сайте museum.ru
- Страница музея 2017 йыл 3 февраль архивланған. на сайте Администрации Пролетарского района Ростовской области
- Дом-музей им. С. М. Буденного 2016 йыл 19 март архивланған.