Эстәлеккә күсергә

Таватуй (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Таватуй
Таватуй күле
Таватуй күле
Морфометрия
Абсолют бейеклеге263,5 м
Үлсәме10 × 3,5 км
Майҙаны21,2 км²
Иң тәрән урыны9 м
Уртаса тәрәнләк5 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге4—5 м
Впадающая рекаБольшая Шаманиха
Урынлашыуы
57°08′00″ с. ш. 60°10′59″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСвердловск өлкәһе
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Невьянский районы
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010501611111200010792
Регистрационный номер в ГКГН: 0091668
Рәсәй
Точка
Таватуй
Свердловск өлкәһе
Точка
Таватуй
 Таватуй Викимилектә


Таватуй — Свердловск өлкәһенең Невьян районындағы күл. Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, Екатеринбургтан төньяҡ-көнбайышҡа 50 километрҙа урынлашҡан. Екатеринбургтың тирә-янындағы иң матур күлдәрҙең береһе һәм халыҡ яратҡан ял итеү урыны. Ҡасаба Күл буйында Калиново, Таватуй һәм Приозёрный ҡасабалары, шулай уҡ балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙары һәм ял итеү базалары урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 263,5 метр.

Күл атамаһы коми-пермяктарҙың та ва туй — «шул һыу юлы» һүҙенән килеп сыҡҡан тип иҫәпләнә. Тағы бер топонимик легенда бар, уға ярашлы коми-пермяк оҙатып йөрөүсеһе урыҫтарға һыу юлынан барырға кәрәклеген күрһәткән. Крайҙы өйрәнеүсе В. А. Ложкин, күл бар яғынан да тауҙар менән уратып алынғанлыҡтан[1][2], атама башҡорт-татар телендәге тау туй — «тауҙар байрамы» тигәнде аңлата тип фаразлай[1].

Файл:Озеро Таватуй со стороны Калиново.jpg
Калинов ҡасабаһы яғынан Таватуй күленең күренеше

Күл Нейва йылғаһы бассейнына ҡарай һәм Үрге Нейва быуаһы менән берҙәм система барлыҡҡа килтерә. Быуаға аҡмаһы күлдең төньяғында урынлашҡан. Һыу өҫтө майҙаны 21,2 км², уртаса тәрәнлеге 5 м тәшкил итә, иң тәрән урыны — 9 м тәшкил итә[3]. Һыу массаһының күләме 119 млн м³ тәшкил итә. Күл диңгеҙ кимәленән 259 метр бейеклектә урынлашҡан[4], төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 10 км, киңлеге 3-3,5 км тәшкил итә. Күлдең соҡоро Үрге Исәт гранит массивының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм ер ҡабығының вертикаль йәш ҡуҙғалмалылығына бәйле тектоник сығышлы[5].

Күл соҡоро боҙлоҡтан һуңғы осорҙа һыу менән тулған һәм уның йәше 10 мең йылдан ашмай[4]. Күлдең ярҙары ныҡ киҫкеләнмәгән. Яр буйлап гранит киҫәктәренең сығынтылары бик күп. Көнсығыш яры көнбайыш ярына ҡарағанда бейегерәк. Күлдә бер нисә утрау бар. Улар араһында таулы (Макарёнок, Голубев), шулай уҡ уйһыу (Сплывень) тауҙар ҙа осрай[3].

Күлдәге һыу үтә күренмәле, асыҡлығы яҡынса 4-5 метр тәшкил итә. Һыуы ныҡ һалҡын һәм кислород менән туйындырылған. Ноябрҙән алып майға тиклем күл өҫтөндә боҙ япмаһы ята. Күлдең төп туҡланыу сығанағы булып атмосфера яуым-төшөмдәре тора[6].

Күлдең үҙенсәлеге — яр буйҙарында һыу температураһы үҙәк өлөшөнә ҡарағанда һәр саҡ түбәнерәк. Был күлгә һыуыҡ сығанаҡтарҙан һәм инештәрҙән башланған 30-лаған йылға һәм шишмә ҡойоу менән бәйле. Уларҙың иң эреләре — Оло Шаманиха һәм Оло Витилка. Көньяҡ-көнбайыш яры янында күлде үҫемлек баҫа башлаған. Шаманиха ҡултығы иң һай урыны[7].

Нейва йылғаһында быуа төҙөй башлағанға тиклем (XVIII быуаттың уртаһы), ике Таватуй күле — Оло Таватуй һәм Бәләкәй Таватуй билдәле була.

Йылғаға хас балыҡтарҙың: сабаҡ, алабуға, этеш йәки шырт балыҡ (ёрш), суртан, ҡомтөрткө (щиповка) кеүек абориген төрҙәре тереклек итә. Һуңыраҡ ҡарабалыҡ, шамбы һәм ҡорман балыҡ ебәрелгән. Климатҡа яраҡлаштырыу буйынса эксперименттар үткәрелә: 1925 йылда чуд алабалығы (сиг), 1932 йылда ладога рипусы климатҡа яраҡлаштырыла. 1952 йылдан алып Таватуй балыҡ үрсетеү заводы эшләй, унда төрлө йылдарҙа муксун балығы, пелядь, сиг һәм рипус гибриды һыуға төшөрөлөп үрсетелә.

Күл — федераль әһәмиәттәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Эргә-тирәләге урмандар менән бергә һәйкәлдең дөйөм майҙаны 3900 гектар тәшкил итә[2].

  1. 1,0 1,1 Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
  2. 2,0 2,1 Архипова, 1984, с. 43
  3. 3,0 3,1 Архипова, 1984
  4. 4,0 4,1 Головко В. К. Озёра нашего края. — Свердловск: Свердловское книжное издательство, 1963. — С. 44.
  5. Архипова Н. П. Природные достопримечательности Екатеринбурга и его окрестностей. — Екатеринбург: Аква-пресс, 2001. — С. 131.
  6. Архипова, 1984, с. 44
  7. Архипова, 1984, с. 44—45