Эстәлеккә күсергә

Тавтология (әҙәбиәт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Тавтология — бер үк төшөнсә йәки фекерҙе бер аҙ үҙгәртеп йәки икенсе һүҙҙәр менән ҡабатлау.

Тавтология төшөнсәһе грекса tavto (шул уҡ), logos (һүҙ) тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән.

Ҡабатлауҙың бер төрө булараҡ, тавтология телмәрҙең шиғриәтен күтәреү өсөн ҡулланыла. Башҡорт халҡының «Һайрамаҫы, һары һандуғас» йыры, мәҫәлән, тавтологик өндәшеүгә ҡоролған.

«

Һайрамаcы, һары һандуғасым,
Һаҡмар буйҡайҙарын яңғыратып,
Моңаймаcы, һары һандуғасым,
Күңелемдә хәсрәт уятып.

»

Башҡа куплеттарҙа ла шул уҡ «һайрамаҫы, һары һандуғасым» ҡабатлана. Ләкин был бер төрлөлөк уҡыусыны йырҙан биҙҙермәй, сөнки лирик мөрәжәғәт йырҙың моңһоу интонацияһы менән йәп килеп тора. Һандуғас әҫәрҙәге персонаждарҙың береһенә әүерелә.

«Ашҡаҙар» йырындағы лирик геройҙың вафат булған һөйгәнен «йәнкәй-йәнәш» тигән тавтологиялы исем менән атауында ла ҙур шиғриәт бар.