Эстәлеккә күсергә

Таганрог маяғы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Таганрог маяғы
Таганрог маяғы
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог
Нигеҙләүсе Н. А. Аркас
Нигеҙләнгән 1878 йыл
Дата упразднения 1970 йыл

Таганрог маяғы Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында, Петр Беренсе һәйкәленән алыҫ булмаған ерҙә урынлашҡан иҫтәлекле урын. Маяҡ йөҙ йыл самаһы эшләй һәм һуңынан, авария торошонда булыу һөҙөмтәһендә, емертелә.

Таганрогта беренсе маяҡ 1770 йылда төҙөлә. Һуңынан, билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, эшләүен туҡтата[1]. 1877 йылдың 5 октябре һәм 24 июлендә, диңгеҙ ведомствоһына дөйөм майҙаны 625 сажин булған территорияла маяҡ төҙөүгә рөхсәт бирелгән ике ҡарар ҡабул ителә. Шулай уҡ ведомство ҡарамағына маяҡ эргәһендә баҡса ултыртыу өсөн 750 квадрат сажин майҙан да күсә. Шул уҡ ваҡытта бер генә шарт ҡуйыла — кешеләр баҡсаға инеү ирекле инеп йөрөй ала[2]. Таш маяҡ 1878 йылда төҙөлә[3]. Эштәр Н. А. Аркас етәкселегендә башҡарыла. Маяҡҡа шундай табличка беркетелә: «1878 йылда Ҡара диңгеҙ флоты һәм порттарының баш командиры генерал-адъютант Адмирал Николай Андреевич Аркас етәкселегендә төҙөлдө».

1909 йылдың 9 мартында маяҡтың кәрәсин яҡтыртылыуы электр яҡтылығына алмаштырыла. Электр энергияһы баҡса территорияһында урынлаштырылған подстанциянан килә. Маяҡ 1941 йылдың көҙөндә, ҡала оккупацияла ҡалыу һөҙөмтәһендә, эшмәкәрлеген туҡтата һәм 1943 йылдың авгусында, ҡала азат ителгәндән һуң, ҡабат эш башлай.

1970 йылдың авгусында авария торошонда булыуына бәйле, һүтелә. Уның урынында секциялы, утлы металл маяҡ барлыҡҡа килә. Маяҡтың архитектура ансамбленән бары тик эргә-тирәләге биналар ғына һаҡланып ҡала — диңгеҙ ведомствоһындағы офицерҙар йорто һәм ҡапҡаһы янындағы ҡарауыл бинаһы.

Маяҡ эргәһендә булдырылған баҡсаһы территорияһында бер нисә бина урынлаша. Унан алыҫ түгел, бейек булмаған цоколдә бер ҡатлы йрпт төҙөлә. Йорт фасады ярымциркуляр формалағы тәҙрәләр менән биҙәлә. Улар өҫтөндә дүрт иөйөшлө уйымдар бар. Маяҡтан уң яҡта диңгеҙ ведомствоһы офицерҙарының бинаһы урынлаша. Уның тәҙрәләре — дүрт мөйөшлө формала, ярымподвал бинаһы ла була. Баҡса территорияһында метеостанция ҡуйыла.

Маяҡтың бейеклеге 22 метр, аҫ яҡта стеналарынынң ҡалынлығы 1 метрға етә. Маяҡ аҫтан өҫкә тарая килә, цилиндр формаһын ала. Ҡоролманың таш диуарҙарында дүрт мөйөшлө тәҙрәләр уйыла. Объекттың иң башында урынлашҡан ике күҙәтеү майҙансығы таш сығынты формаһында эшләнә. Уларҙы ҡоймалау өсөн металл рәшәткәләр ҡулланыла. Маяҡтың өҫкө яғы быяла менән көпләнә. Шунда уҡ тәүлектең төнгө һәм киске ваҡытында судноларға сигнал биреү өсөн фонарь ҙа була. Метеорологик шарттар насарайғанда ул судноларға причадға юл табырға, ҙур объекттарға ҡомға ултырмаҫа юл күрһәтә. Маяҡ осона шарлы һәм флюгерлы көмбәҙ ҡуйыла. Унан төшкән яҡтылыҡты 35—40 километр арауыҡта күрергә мөмкин була. Ул Мәрмәр диңгеҙҙең маяҡтары башҡарған функцияларға оҡшаш бурысты үтәй. Фонарҙең абсолют нөктәһе диңгеҙ кимәленән 70 метрға етә.