Эстәлеккә күсергә

Тадрарт-Акакус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тадрарт-Акакус
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-und" does not exist.
Рәсем
Тау һырты Тассилин-Адджер[d]
Дәүләт  Ливия
Административ-территориаль берәмек Гат[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 3 923 961 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (iii)[d][1]
Карта
 Тадрарт-Акакус Викимилектә

Ливияның көнбайышында Акакус тауҙары, Сахара.
Тадрарт-Акакуста ҡая һүрәттәре
Тадрарт-Акакуста ҡаялар

Акакус, йәки Тадрарт-Акакус, ғәр. تدرارت أكاكوس‎ — Ливия биләмәһендәге Сахара сүллегендә тау массивы. Ливия ҡалаһы Гаттан көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан һәм Алжир сигенән яҡынса 100 км төньяҡҡа һуҙыла. Tadrart һүҙе туарег төркөмөндәге тамахак телендә «тау» тигәнде аңлата.

Акакус массивының ландшафты бик күп төрлө: төҫлө ҡом дюналарынан алып тау аркаларына, тарлауыҡ, айырым торған ҡаялар, тәрән йырындар һәм кипкән йылғалар үҙәненә (вади) тиклем. Төп иҫтәлекле урындары араһында — Афзеджаре һәм Тин-Хлега тау аркалары. Был өлкә Сахарала иң ҡороһо булһа ла, бында үҫемлектәр бар, мәҫәлән, бейек калотропис үҫә, ә тауҙарҙа шишмәләр, хатта ҡоҙоҡтар бар[2]

Акакус тау массивы өлкәһе ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле, улар 1985 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы иҫәбенә индерелгән. Һүрәттәр үҙ эсенә бик мөһим осорҙо ала, беҙҙең эраға тиклем 12 000 — б.э. 100 йылдарына ҡарай һәм урындағы ланшафтта, флора һәм фауналағы байтаҡ үҙгәрештәрҙе сағылдыра[3] . Һүрәттәрҙә кешеләр, шулай уҡ жираф, фил, страус, дөйәләр һәм аттар төшөрөлгән. Кешеләр төрлө ғәҙәти осраҡтарҙа һүрәтләнә, мәҫәлән, улар музыка ҡоралдарында уйнай йәки бейеп йөрөй[4][5]

XXI быуат башында был урында нефть разведкаһы башлана, был ҡая сәнғәте ҡомартҡыларын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Нефть ятҡылыҡтарын локалләштереү өсөн ҡулланылған ер аҫты шартлатыуҙары, һүрәттәр булған бер нисә ҡаяға байтаҡ зыян килтерә.[6]

  1. http://whc.unesco.org/en/list/287
  2. Kjeilen, Tore (2009) «Acacus Mountains: Total wilderness» 2010 йыл 23 март архивланған. LookLex Ltd.
  3. UNESCO Fact Sheet
  4. Ҡалып:Cite map
  5. Acacus Rock Art Photo Gallery 2013 йыл 1 июнь архивланған.
  6. Bohannon, John. In the Valley of Life, Oil is Death to the Art of a Lost Civilization, The Guardian (February 10, 2005).
  • Di Lernia, e Savino Zampetti, Daniela (eds.) (2008) Arte dell'La Memoria. Tra pitture futuro e dell'Acacus rupestri passato Le, Florence, del Giglio Insegna All';
  • Minozzi S., G. Manzi, F. Ricci, Lernia S. di, and Borgognini Tarli S. M. (2003) «prehistory in use Nonalimentary tooth: an in from Holocene Example Sahara Early Central (Uan Muhuggiag, Tadrart Acacus, Libya)» Journal of American Anthropology Physical 120: pp.  225-232;
  • Mattingly, D. (2000) «in years of human adaptation Fezzan Twelve thousand (Libyan Sahara)» in Barker G., and Graeme Gilbertson, D. D. (eds) of The Archaeology Drylands: Margin Living at the London, Routledge, pp.  160-79;
  • Cremaschi, and Mauro Lernia Di, Savino (1999) «in the and Cultural Sahara Libyan Climatic Holocene Dynamics Changes» Review Archaeological African 16(4): pp.  211-238;
  • Cremaschi, Mauro; Lernia Di, Savino; and Garcea, A. A. Elena (1998) «on Some Insights Libyan the in the Aterian Sahara: Chronology, Environment, and Archaeology» Archaeological Review African 15(4): pp.  261-286;
  • Cremaschi, and Mauro Lernia Di, Savino (eds., 1998) Teshuinat Wadi: south in and Palaeoenvironment Prehistory-Fezzan western (Libyan Sahara) Florence, del Giglio All'Insegna;
  • Wasylikowa, K. (1992) «flora Holocene Tadrart Acacus of the area, Libya SW, plant from Muhuggiag Uan macrofossils and Ti based on-на-Caves archaeological Torha sites Two» Origini 16: pp.  125-159;
  • Mori, F., (1960) Sahara Libico Preistorica del Arte Rome, Luca De;
  • Mori, F., (1965) Acacus Tadrart, Turin, Einaudi;