Талипов Әнүәр Кәнзил улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Талипов Әнүәр Кәнзил улы (29 ноябрь 1924 йыл) — онколог, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1972), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (1942— 1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнүәр Кәнзил улы Талипов 1924 йылдың 29 ноябрендә Башҡорт АССР-ның Шаран районы Ямаҙыбаш ауылында тыуған.
Уның хеҙмәт биографияһы 1942 йылда башлана. 1943 йылдың сентябрь айынан алып 1945 йылдың 8 майына тиклем Брянск фронтының артиллерия полкында хәрби фельдшер булып хеҙмәт итә. Шулай уҡ «Смерш» контрразведкаһында (рәсми атама?), Беренсе Украина фронтының 4-се танк армияһында хеҙмәт итә. Һуғыш йылдарында Курск, Берлин алыштарында, Украина, Польша, Прага ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Польшалағы Пиатрук ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашып, контузия ала һәм бик ҡаты яралана. 1946 йылдың 12 декабрь айында демобилизациялана.
1947—1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый.
1952—1962 йылдарҙа Әлшәй районында хирург, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһында баш табип һәм баш хирург булып эшләй. Ошо дәүерҙә Әлшәй һәм Йәрмәкәй райондарында хирургия бүлектәре ойоштора. Трахома бүлеген ойошторғас, барлыҡ ҡатмарлы операцияларҙы райондарҙа үткәрә башлайҙар.
1962 йылда Республика онкология диспансерына ординатор-хирург итеп күсерәләр, унда оҙаҡ йылдар проктология бүлегенә етәкселек итә. Проктология буйынса 14 фәнни эш, өс дауалау медицина ҡулланмаһы авторы. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң онкология диспансер дауаханаһында табип-проктолог булып 1999 йылға тиклем эшләй. Уның 51 йыллыҡ дөйөм эш стажы бар.
Әнүәр Кәнзил улы — юғары квалификация категориялы табип, республика онкология Ассоциацияһының Почетлы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
- Берлин, Прага ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн миҙалдар һ.б.