Тарихи Дманиси районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Тарихи Дманиси районы
Рәсем
Һәйкәлдәр исемлеге Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Commons-logo.svg Тарихи Дманиси районы Викимилектә

Тарихи Дманиси районы (грузин: დმანისის ნაქალაქარი, йәки "иҫке Дманиси ҡалаһы") көньяҡ Грузияла, Дманиси районының Патара муниципалитетында, өлкәнең тарихи һәм археологик ҡомартҡылары булған Дманиси ауылынан  төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Тбилисиҙан көньяҡ көнбайышҡа табан 85 км алыҫлыҡта ята.

Асыҡ һауа аҫтындағы музей урта быуат Дманиси Сионын, иң мөһим ҡалаларҙың береһен һәм урта быуат сауҙа үҙәген үҙ эсенә ала. Харабаларҙа ҡәлғә диуарҙары, сиркәүҙәр, мосолман һәм христиан зыяраттары, мунсалар һәм оҫтаханаханалар осрай. Дманисиҙың урта быуаттар ҡатламы аҫтында табылған палео- археологик объект Африка континеттары сиктәрендә гомо ырыуының барлығын дәлилләй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә йылдар һәм мосолмандар хакимлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дманиси районы ҡасандыр урта быуат Гузмяһының иң бай һәм эре ҡалаларының береһе була[1].18 быуатта грузин ғалимы Вахушти "Дманиси" топонимы Даба һүҙенән, иҫке грузин телендә "бәләкәй ауыл" һүҙенән сыҡҡан тип аңлата.


Дманиси үҙенең епархияһы менән ҙур булмаған тораҡ пункт булараҡ барлыҡҡа килә. 6 быуатта ул Картлиҙа алты епархияның береһе булараҡ билдәле була. 9 һәм 10 быуаттарҙа төбәктә ғәрәптәр хаҡимлығы ваҡытында ул ҙур сауҙа ҡалаһы була.[2]

Грузия короллеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дманисиҙа Сиони соборы
Ҡала диуарҙары ҡалдыҡтары.
Изге Марина сиркәүе.

[2]Давид Дманисиҙы 1123 йылдың мартында яулап ала, әммә Давиттың улы Деметр 1125 йылда ҡаланы яңынан яулап ала. Грузин Короллеге етәкселеге аҫтында Дманиси үҫешә башлай; һөнәрҙәр һәм сауҙа ныҡ алға китә. Был районда иран плиткаһы һәм быяланан әйберҙәр һәм урында етештерелгән ювелир әйберҙәр кеүек археологик артефакттар табылған.

Урта быуат Дманиси халҡы төрлө була. 13 һәм 14 быуаттарҙа Дманисиҙа урынлашҡан зыяраттарҙа ҡәбер таштарындағы ғәрәп яҙыуҙары ҡалала мосолмандарҙың ҡалала күп булыуын дәлилләй[2][3][4] Ҡайһы бер мосолмандар ҡаланы грузиндар яулап алғас ҡалдыра.

Грузия Монгол империяһының вассалы булып киткәс, Дманиси тәңкә етештереү урыны сифатында һайлана: 1245 йылда Давид IV Төҙөүсе исеменән баҡыр тәңкәләр баҫыла.[5] 1270 йылда, Деметр II Дманисиҙы министр Садунға тапшыра. Король Давит VIII монголаны менән яҡшы мөнсәбәттә була һәм 1293 йылда Дманисиҙы монголдарҙан кире ҡайтарып ала.

1486 йылда ҡаланы Якуб баҫып алыуынан емерелә. Грузияның короллеге тарҡалғас ҡала һуңғы тапҡыр 1490 йылда Картли короллегенең өлөшө була. Дманиси король ғаиләһе Баратишвилиға тапшырыла. Ғаилә һыҙығы 1536 йылда икегә бүленә, һәм бөтә ҡала һәм мөлкәт тә бүленә. 1578 йылда Дманиси оккупациялана һәм уны ғосман ғәскәрҙәре яңынан нығытыла. 1583 йылда уны Саймон кире яулай. Һуңыраҡ осорҙа Дмансиҙың мөһимлеге хәрби форпост булараҡ сикләнмәй. 18 быуат башында Дманисиҙың иҡтисади һәм дини тергеҙелеүе оҙаҡҡа бармай. Район халҡы күпкә кәмей. Был кәмеү ауыл ултыраҡтарының иҫке ҡала тирәләй формалашыуы менән бәйле, ул быуат башында рус хакимлығына тиклем дауам итә.

Тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2007 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар

Археологик ҡаҙыныу эштәре 1936 йылдарҙа башлана. Ҡаҙыныу процессында урта быуаттарҙа төҙөлгән таш ҡорамалдар һәм хайуандарҙың һөйәктәре менән соҡорҙар һәм баҙҙар табылған. 1991 йылда кешенең баш һөйәге һәм теше табылған, ул гоминидтарҙың анатомик оҡшашлығына эйә булған[2] . Һуңынан 1991 йылдан алып 2005 йылға тиклем тағы кеше башы һөйәктәре табыла. Бынан 1.85 миллион йылдан алып 1.75 миллион йылға тиклем даталанған был табыштар Дманисиҙың иң боронғо кеше йәшәгән урын икәнен күрһәтә[6][7][8] 2007 йылда Дманиси археологик объект Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә

Майҙаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1245 йылда Король Давит VI ҡатнашлығында баҡыр тәңкә,
15 һәм 18. быуаттар осорондағы шарап һауыты

Дманисиҙың тарихи арауығы ике төп өлөштән, шул иҫәптән тораҡтарҙың, валдарҙың, сиркәүҙәрҙең, зыяраттарҙың һәм башҡа ҡоролмаларҙың емереклектәренән тора. Төп ҡала Машавера һәм Пинезаури йылғаларының ҡушылдығында урынлаша һәм 13 гектар майҙанды биләй, ә икенсеһе, йәнәшә торған ситке район Пинезаури йылғаһының йылғаһы буйлап урынлаша һәм 12 гектар майҙанды биләй.

Ысын ҡала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ысын ҡала базальт диуар менән уратып алынған. Тау морононоң көньяҡ битләүендә 3.250 квадрат метр майҙанлы ҡәлғә урынлаша. Ҡала диуары эсендәге замок ҡаланан бер ишекле махсус диуар менән айырыла. Замок һарайҙы, хамам һәм башҡа ҡоролмаларҙы үҙ эсенә ала. Замоктан көнбайышҡа ҡарай 200 м оҙонлоҡтағы йәшерен туннель Машавара йылғаһына алып бара. Туннель беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.

Дманисиҙа йорттар кирбес каминдар менән базальт таштарынан һалынған[2] Емерелгән ҡала үҙәгендә, замок аҫтында Дманиси Сиони соборы урынлашҡан. Был өс нефлы иртә урта быуат базиликаһы. Сиркәүҙән төньяҡҡа ҡарай ҙур булмаған Изге Марина сиркәүе урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта ике ҙур булмаған сиркәү харабалары ята, унда әрмән яҙыуҙары менән таштар бар[2]

Ситке районы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ситке район реаль ҡаланан көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Район христиан грузин, әрмән һәм күп һанлы мосолман зыяраттарынан тора. Христиан зыяратында ҙур булмаған сиркәү ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған. Пинезаури йылғаһының уң ярында өс мунсаның ҡалдыҡтары һаҡланған.

Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дманиси районы Грузияның милли музейы составына инә бер өлөшө булып тора. Асыҡ һауа аҫтындағы Дманиси тарихы һәм архитектураһы музейы музей-ҡурсаулыҡ һымаҡ эшләй. ы етәкләй. Музейҙың күргәҙмә залында 2300-ҙән ашыу экспонат бар[9][10] Дманиси Сиони соборы һәм башҡа ҡоролмалар 2007 йылда Грузияның милли әһәмиәттәге мҙәни ҡомартҡылар исемлегенә индерелә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. დმანისი [Dmanisi] // [1] — Tbilisi: Georgian National Museum. — P. 190–193. — ISBN 978-9941-15-896-4.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 დმანისის ნაქალაქარი [Dmanisi site] //  — Tbilisi. — P. 460-461.
  3. დმანელი ამირას უცნობი წარწერა ფინეზაურის ხეობიდან [An unknown inscription of the emir of Dmanisi from the Pinezauri valley] //  — Tbilisi. — P. 26-34.
  4. (2015) «{{{title}}}» (ka): 40-41.
  5. The Mongols in Iran: Chingiz Khan to Uljaytu 1220–1309 — Routledge. — P. 123-124. — ISBN 9781136802898.
  6. (5 July 2002) «{{{title}}}» (en): 85–89.
  7. (August 2010) «{{{title}}}»: 443–451.
  8. .
  9. Dmanisi Historic and Architectural Museum-Reserve. Ministry of Culture and Monuments Protection of Georgia, ICOM National Committee in Georgia, Georgian Museums Association, Culturological Research Association. 2 август 2019 тикшерелгән.
  10. Museum information. Georgian National Museum: Dmanisi. 3 август 2019 тикшерелгән.