Татарстан (телерадиокомпания)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

«Татарстан» ДТРКБөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыу компанияһының Татарстан Республикаһындағы филиалы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан телевидение студияһы эфирға беренсе мәртәбә 1959 йылдың 3 ноябрендә сыға. Ә радиотапшыруҙар алдараҡ — 1927 йылдың 7 ноябрендә. 1992 йылда «Татарстан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыу компанияһы ойошторола, һуңыраҡ «ТРТ» каналы (Татар радиоһы һәм телевидениеһы) ойошторола, 2000 йылдарҙа ул «Рәсәй» каналына күсә. 2004 йылдың 24 декабрендә компания Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыу компанияһының (БРДТРК) филиалына әйләнә.

«Татарстан» ДТРК программалары «Россия-1», «Россия-2», «Россия-24» каналдарында, «Рәсәй радиоһы», «Ҡазан» тулҡындарында эфирға сыға.

Компания директоры — Фирдус Сәлих улы Ғималетдинов.

Һылтамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]