Эстәлеккә күсергә

Таштыҡоръятмаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таштыҡоръятмаҫ
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 593 метр
Карта

Таштыҡоръятмаҫ  — Көньяҡ Уралдағы Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы территорияһында урынлашҡан тау һырты.

Таштыҡоръятмаҫ һырты Башҡортостандың (Көньяҡ) Урал меридианы буйлап Әбйәлил ауылы киңлегенән Ҡушый ауылы киңлегенә тиклем һуҙылған.

Оҙонлоғо — 13 км, киңлеге — 2 км, иң бейек нөктәһе — Олотау (656 м).

Һырт ҡатламы башҡорт һәм турней эзбизташ һәм доломит ярустарынан тора.

Мағаҡ, Йәнгел йылға ҡушылдыҡтарының башланған урыны булып тора. Тау һырттары нигеҙендә Сыбаркүл күле ята.

Ландшафтын ҡарағай, ҡайын, япраҡлы ағастар урманы, һоро урман тупраҡлы тау далалары һәм ҡара тупраҡлы болон далалары тәшкил итә.

Таштыҡоръятмаҫ һыртының исеме башҡорт телендәге һүҙҙәрҙән яһалған: «таш» — ташлы һәм «ҡоро ятмаҫ» — кипмәй торған, еүеш мәғәнәһен бирә.

  1. GEOnet Names Server — 2018.